Шаран районының Йәммәт ауылында тыуып үҫкән Балбикә инәй Ғәлина 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул әле лә теремек, ихлас күңелле.
Әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәһә лә, тыуған көнөн оҙаҡ ғүмер йылдары үткән йортонда үткәрергә ҡарар иткән ул. Юбилярҙың балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре яҡын кешеләрен байрам менән ҡотлап, иң яҡшы теләктәрен еткерҙе. Ҡунаҡтар уның ауыр йылдарҙа Тыуған ил именлегенә, Еңеүгә индергән хеҙмәтен юғары баһаланы.
Нөрәй ауыл биләмәһе башлығы Олеся Атнағузина Балбикә Хисмәт ҡыҙына ауыл Советының Рәхмәт хатын һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡотлау хатын тапшырҙы. Нөрәй ауылының ветерандар советы рәйесе Найлә Ғабдуллина, район мәҙәниәт бүлегенең ветерандар эштәре буйынса методисы Вилер Сәйетов юбилярға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләне.
Балбикә Хисмәт ҡыҙы күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Башланғыс класты тамамлау менән колхозда эшләй башлаған. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Йәш ҡыҙ өлкәндәр менән бер рәттән малсылыҡта эшләй, сөгөлдөр үҫтерә.
1949 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ауылдашы Аҡбирҙе Солтан улына тормошҡа сыға. Ғаилә өс ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерә. Хәҙер инәйҙең 14 ейәне һәм 12 бүләһе бар.
Ғәлиндар бергә 40 йыл ғүмер кисерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше 1989 йылда вафат була. Хәҙер Балбикә инәй ҡыҙы Гөлбаҙыян ғаиләһендә йәшәй. Йөҙйәшәр үҙен яҡшы тәрбиәләгәне өсөн ҡыҙына һәм кейәүе Юрий Петрович Гончаровҡа сикһеҙ рәхмәтле.
Юбилейын тыуған йортонда үткәрергә теләгәнен белгәс, кейәүе уның һүҙен йыҡмай Йәммәткә алып ҡайта. Был йортта инәйҙең улы Анатолий ғаиләһе менән йәшәй.
Балбикә Хисмәт ҡыҙы оло юбилейын яҡындары араһында тыуған йортонда үткәреүенән бик ҡәнәғәт, ул үҙен бик бәхетле кеше һанай.
Фото: ғаилә архивынан.