Мишкә районында 2018 йылдан алып иң яҡшы ветеран ихатаһына конкурс үткәрелә. Өлкәндәр был сағыу байрамды үҙҙәре ойоштора, йыл буйы уға әҙерләнә, йәйгеһен баҡсаларын гөлдәй, ихаталарын иң йәмлеһе итеү өсөн бөтә ижади көс-дәртен бирә.
Райондың ветерандар советы рәйесе Юлия Григорьевна Балахнина әйтеүенсә, конкурс райондың иң әүҙем, талантлы һәм хеҙмәт һөйөүсән кешеләрен берләштерә. Кемдер ихаталарын гөл-сәскәгә күмеп, баҡсаһында йәшелсә, еләк-емештән ҙур уңыш алып, беҙҙең ғәҙәти тормош рәүешен, традицияларыбыҙҙы һаҡлай. “Ветерандарыбыҙҙың йорттарынан йылылыҡ, тәмле аш-һыу еҫтәре бөркөлә, йәштәр уларҙың өлгөһөндә хеҙмәтте һәм тәбиғәтте баһаларға өйрәнә, – ти етәксе. –Өлкәндәрҙең ихаталарына аяҡ баҫыу менән һоҡланғыс хис-тойғоларға биреләһең. Оло быуындың йәшәү йәмен юғалтмауын, уларҙың һаман да тормоштарын ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле итеп ойошторорға тырышыуын күреп һөйөнәһең. Был, ысынлап та, хеҙмәт, йомартлыҡ, күңел байрамы”.
Һәр ғаилә ҡаҙаныштары, әкиәттәгеләй сәскә клумбалары, бай уңыштары, ғәжәп матур ҡул эштәре, ир-аттың һоҡланғыс оҫталығы менән хайран ҡалдыра. Уларҙың бөтәһен дә уңғанлыҡ һәм тыуған ергә һөйөү берләштерә.
Быйыл “Ветерандар ихатаһы-2025” конкурсына йомғаҡ тап Оло йәштәгеләр көнөндә Мишкә ауылында яһаласаҡ. Еңеүселәр дипломдар, аҡсалата сертификаттар һәм “Ветеран Башкортостана” гәзитенә подписка менән бүләкләнәсәк. Юлия Григорьевна әйтеүенсә, быйыл конкурста туғыҙ йорт-ихата ҡатнашҡан. Август айында комиссия Илек, Тымбай, Сурай, Мишкә, Яңы Троицк, Йылыш, Уръяҙы, Камай ауылдарында булып, туғыҙ ихатаны ҡараған. “Комиссия ағзаларына йылдағыса еңеүселәрҙе билдәләү ауырға төшәсәк, ихаталарҙың һәр береһе үҙенсәлекле, ә ҡул эштәре таң ҡалдырырлыҡ”, – ти райондың ветерандар советы рәйесе.
Ошо мауыҡтырғыс конкурста ҡатнашҡан Сәйфетдиновтар ғаиләһе менән Йылыш ауылында таныштыҡ. Уларҙың хан һарайындай өс ҡатлы мөһабәт йорто әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә саҡырып тора. Йорт алдындағы бөхтәлек, тәртип, вазаларҙа күкрәп сәскә атҡан гөлдәр, аҫылмалы кәрзиндәрҙәге хуш еҫле үҫемлектәр, плиткаларҙан матур итеп һалынған уңайлы юлдар хужаларҙың ниндәй егәрле, булдыҡлы булыуына, аҡыл менән эш итеүенә ишара.
Хужабикә беҙҙе мари халыҡ кейемендә ҡаршыланы. Улар ҡунаҡтарҙы шулай ҡабул итергә, милли үҙенсәлектәрен, йолаларын һәр нәмәлә күрһәтергә ынтылған халыҡ. Элеонора Рәйес ҡыҙы 39 йыл уҡытыусы булып эшләгәндән һуң хаҡлы ялға сыҡҡан. Ғаилә башлығы Олег Васильевич – механизатор, 25 йыл буйы Когалымда эшләгән, ”ҡышҡыһын саҡырһалар, Себергә тағы юл тотасаҡмын, йәйҙе тыуған яҡта үткәрергә яратам”, ти ул.
– Йортто үҙ ҡулдарым менән элек атай-әсәйем йәшәгән өй биләмәһендә төҙөнөм. Сит тарафтарҙа йөрөгәндә, хәтәр шәп төҙөлөштәрҙе күреп, ”ошондай күркәм йортта йәшәргә ине”, тип хыяллана инем. Проектын да үҙем эшләнем, материалдарҙы ла ентекләп үҙем һайланым. Теләгемә ирештем, тик балаларыбыҙ ғына ҡанаттарын нығытып, төрлө яҡҡа иркен ояларынан осоп сығып китте, – тип йылмая Олег Васильевич. – Хәйер, ейәндәребеҙ килеп, тыныс ҡына аҡҡан тормошобоҙға йән индереп китә.
Оҫтаның ҡулы йорттағы һәр эштә тойола, тәҙрә быялалары ла, өй баҫҡыстары ла ғәҙәти түгел, стеналарҙағы обойҙар ҙа оҫта ҡулында сәнғәт өлгөһөнә әүерелгән, барыһы ла гармониялы һәм зауыҡлы.
Сәйфетдиновтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Оло улдары Алексей һәм ҡыҙҙары Елена Бөрө ҡалаһында йәшәй, улдары – Сергей Сургут ҡалаһында. Олег Васильевич 25 йыл буйына вахта ысулы менән Себерҙә эшләгәндә, Элеонора Рәйес ҡыҙы башланғыс класс балаларына белем биргән һәм шәхси хужалыҡтарын алып барған. Әле лә хужалыҡтары ҙур, ике һыйыр, йорт ҡуяндары, күркә, ҡаҙ, 50 тауыҡ, 21 баш һарыҡ аҫрайҙар. Был ҡәҙәре мал-тыуарҙы, емеш-еләк баҡсаһын, йорт алды тулы сәскәлектәрҙе нисек тәрбиәләп өлгөрәләрҙер, аптырап баш сайҡарға ғына тура килә. “Иртәнән кискә тиклем эш өҫтөндәбеҙ, мәшәҡәттәрҙе бергәләп, һөйләшеп йырып сығабыҙ, – ти йорт хужаһы беҙҙең ғәжәпләнгәнде тойоп. – Хатта бассейнға йөрөргә, кәрзин үрергә лә ваҡыт ҡала әле, –тип шаяртып, хужа үҙенең буш ваҡытта үргән кәрзиндәрен күрһәтергә алып сыҡты. – Ҡулланыу өсөн бик уңайлы, еңел улар”.
– Мин үҙем бушыраҡ ваҡыт булыу менән ҡул эштәренә тотонам, милли костюмдар тегеү, биҙәктәр сигеү һәр мари ҡыҙының яратып башҡарған шөғөлө бит. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә йылы ойоҡбаштар бәйләп ебәрҙем, гуманитар ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Беҙҙең Йылыш ауыл клубында эшләгән “Эр кече” (“Иртәнге таң”) йыр ансамбленә ҙур кинәнес менән йөрөйбөҙ. Бик көслө ижади коллектив. Тормош иптәшем дә алдынғы ҡарашлы, күңеле тулы йыр-моң уның, хисле кеше, шиғриәтте үҙһенә, шиғыр уҡырға ярата. Тәбиғәттең насар миҙгелдәре булмағандай, ғүмерҙең дә һәр миҙгеле кеше өсөн үтә ҡәҙерле, онотолмаҫ мәл. Үҙебеҙҙең көндәлек хеҙмәтебеҙ емештәренә ҡарап, ошо гүзәл ерҙең ҡәҙерен белеп, дәрт-көс алып йәшәргә күнеккәнбеҙ, – ти Элеонора Сәйфетдинова.
Өлкәндәр районда “Иң яҡшы ветерандар ихатаһы” конкурсының ойошторолоуына бик ҡәнәғәт, ”унда бер ҡасан да отолоусылар булмай, барыһы ла еңеүсе”, ти Сәйфетдиновтар.
Динә Арыҫланова.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Мишкә районы.
Элеонора Рәйес ҡыҙы сәскә үҫтерергә ярата.
Йорт хужаһы кәрзин үреү серҙәрен белә.
Йорттағы һәр мөйөш уйланылған.
Кәбеҫтәләр ҙә “тәртип” ярата.
Ҡайҙа ҡарама, сәскәләр күҙ яуын ала.