-6 °С
Ҡар
Күптән түгел Әбйәлил районының Хәлил мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Йәшлек", "Ләйсән" халыҡ бейеүҙәре ансамбленең элекке солисы Булат Зәйләғи улы Мусиндың 80 йәш йәшлек юбилейына арналған матур сара үтте. Олпат йәшен билдәләгән аҡһаҡал әле лә сәхнәне бер итеп егеттәрсә бейеп йөрөй.
Әйткәндәй, уның улы Илфат та профессиональ бейеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Сибай филармонияһында эшләй.
Видео һәм фото: Гөлнара Күсәрбаева.