Күптән түгел Сибай ҡалаһында үткән сараларҙың береһендә үҙе бәйләгән, сиккән һәм һуҡҡан төрлө ҡул эштәренән торған сағыу күргәҙмә шунда уҡ күҙгә ташланды. Белорет районы Йөйәк ауылынан 76 йәшлек Гөлсирә Салауатованың ҡул эштәре булып сыҡты. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, инәй бик теремек, һүҙсән һәм ҡулдары тилбер. Аралашҡанда ла ҡулынан бәйләмен төшөрмәне, барлыҡ һорауҙарға ла ихлас яуап бирҙе.
—Сығышым менән Ғәбдөк ауылынанмын, Йөйәк егете Зариф Нөғәмән улына кейәүгә сығып, шул ауылда “таштай батып” ҡалдым, – шаяртып һүҙ башланы әңгәмәсем.—Булат, Гөлназ, Айгөл исемле өс балаға ғүмер бирҙек, уларҙың хәҙер һәр береһенең үҙ ғаиләһе, ейән –ейәнсәр һөйөп, хатта бүләләремә ҡыуанып йәшәйем. Ғүмер буйы Йөйәк тимер юлы бүлексәһендә электр энергияһы контролеры булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Характерым менән тик ултыра торған кеше түгелмен мин (йылмая).
Хаҡлы ялда булһам да магазинға һатыусы булып урынлаштым һәм 71 йәшемә тиклем шунда эшләнем. Кешенән оялып, шаяртам әлбиттә, йәштәргә лә эш булһын тип, эштән сыҡтым да электән яратҡан шөғөлөмә ихласлап тотондом. Яҙҙан алып көҙгә тиклем баҡса, йорт эштәре, бына ҡыш айҙарында ҡулымдан бәйләм, энә төшмәй тиһәм дә була. Кәрәк булһа милли кейемдәр ҙә тегәм, селтәр, хәситә, төрлө ҡатын –ҡыҙҙар биҙәүестәре эшләйем, аҫалы балаҫтар һуғам, башҡорт орнаменттары, үҙебеҙҙең ырыуға хас биҙәктәр һалып, ҡорамалар эшләйем. Йыл һайын район һабантуйында үҙемдең шәхси тирмәмде ҡороп, уны фәҡәт үҙемдең ҡулым менән эшләнгән әйберҙәрем менән биҙәйем.
Дәртле һәм уңған ханым республикала үткән төрлө конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы ҡул эштәре буйынса ойошторған конкурста сигеүле алъяпҡысы II урынға лайыҡ булһа, икенсе юлы үҙ ҡулдары менән теккән түбәтәйе II урын һәм Илдар Ғатауллиндың махсус призын ала. Шулай уҡ Өфөнөң “Урал” галереяһында үткән “Ҡорама туйы”нда ѳс йыл рәттән ҡатнашып, үҙе теккән ҡорама менән II һәм III урындарҙы яулай. 2015, 2019 йылдарҙа Өфөләге “ВДНХ-Экспо” майҙансығында дүрт көн дауамында барған “Һөнәрселек фестивале”ндә ҡатнаша. Республиканың барлыҡ район-ҡалаларынан, Рәсәйҙең 16 төбәгенән йыйылған сарала “Һөнәр мәктәбе”ндә түшелдерек, милли биҙәүестәр эшләү буйынса тәжрибәләрен башҡалар менән уртаҡлаша, оҫталарҙан төрлө сәнғәт төрҙәрен өйрәнә.
Оҫтаның даны ете ауылға таралыр, тигәндәй Гөлсирә Салауатованың даны ла үҙенән алда әллә күпме урындарға ишетелә һәм оҫтаны һәр конкурс, күргәҙмә һәм төрлө һөнәрселәр, кәсепселәр фестивалдәрендә саҡырып торалар, төрлө оҫталыҡ майҙансыҡтарында өйрәнсектәрҙе өйрәтә, үҙе лә бар яҡтан камиллаша.
—Сибай ҡалаһынында ла, “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйында ла беренсе тапҡыр ҡатнашам. Ныҡ оҡшаны сара, бер майҙанда төрлө төбәктәрҙән килгән ҡул оҫталары йыйылған. Башҡаларҙың эштәрен күреү, яңылары менән танышыу, оҫталар менән шәхсән аралашыу киләсәктә үҫешергә яңы мөмкинлектәр аса, тәжрибәне арттыра,–ти Белорет оҫтабикәһе.
Автор фотоһы.