Бер дәүерлек ғүмер кисергән хөрмәтле ветераныбыҙҙың тормошо, күргән-кисергәндәре китап яҙырлыҡ. Ул 1925 йылдың 25 октябрендә Ауырғазы районының Мостафа ауылында тыуған. 1937 йылда Фәтҡуллиндар ғаиләһе Ғафуриҙағы Яңы Бурлыға күсә, ҡыҙ урта мәктәпте ошонда тамамлай.
1941 йылдың 22 июнен бөгөнгөләй асыҡ хәтерләй. VII класты тамамлағандан һуң уларҙы – мәктәптең иң яҡшы уҡыусыларын – Өфөгә экскурсияға алып киләләр. Шул ваҡытта ишетә балалар һуғыш уты тоҡанғанын...
1942 йылдың йәйендә 15-16 йәшлек бер нисә ҡыҙ, шул иҫәптән Ғәптиә апай ҙа, Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Яңғыҙҡайын ауылы янындағы нефть объекттарының береһендә резервуарҙарҙы һәм башҡа ҡорамалдарҙы һаҡлау өсөн төнгө ҡарауылсы итеп ҡуйыла.
– Һуғыш йылдарында күбеһенсә Яңы Бурлы ауылындағы колхозда эшләнем. Еңеү хаҡында хәбәрҙе лә ошонда ишеттем. Күмәкләшеп ҡосаҡлашып иланыҡ... Демонстрацияға сығып, ауылдың бөтә урамдарынан ҡыҙыл флаг менән үттек. Илебеҙ дошманға ҡаршы һуғышһа ла, белем биреү учреждениеларын һаҡлап ҡалды. Хатта, мәҫәлән, 1942 йылда Иҫке Бурлы ауылында урта мәктәп асылды. Унда балалар күп уҡыны. Белем усағында ашау ҙа ойошторолғайны. Бер телем икмәк һәм өйрә бирә инеләр. Был ризыҡтарҙың тәмен әле лә онотмайым, – ти Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы.
Һәр яҙҙы тулҡынланып көтөп алам, ти ветеран. “Һыйыр егеп ер һөрҙөм. Хәлһеҙ мал, бахыр, ята ла ҡуя, ә мин уның эргәһенә ултырып, башын ҡосаҡлап илайым. Йыйған ашлыҡты тулыһынса һуғышҡа ебәрә инек. Үҙебеҙгә иһә – ҡалдыҡтары. Фронт өсөн кәбән-кәбән бесән дә ебәрә торғайныҡ”, – тип дәһшәтле йылдарҙы иҫкә ала ветеран.
Иҫке Бурлыла VIII класты тамамлағас, уны Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына ҡыҫҡа курстар үтергә ебәрәләр. 1944 йылда ошо ауылда уҡытыусы булып эшләй башлай. Шул уҡ ваҡытта IX класта белем алыуын дауам итә. Бер аҙҙан Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙына Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына инеү мөмкинлеге тыуа. 1947 йылда диплом алғас, йәш белгесте Әбйәлил районына эшкә ебәрәләр. Ташбулат ауылы мәктәбендә уҡыта башлай ул. Буласаҡ тормош иптәшен – уҡытыусы булып эшләгән Зиннур Әхмәҙиә улы Нурғәлинде лә ошонда осрата. Йәштәр өйләнешеп, матур йәшәп китә.
1953 йылда улар Баймаҡ ҡалаһына – ғаилә башлығының яңы эш урынына күсенә. Ул саҡта Зиннур Нурғәлин “Совет Башҡортостаны” республика гәзитенең штат хәбәрсеһе була. Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы урындағы дөйөм белем биреү мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта.
1956 йылда ғаилә, Зиннур Әхмәҙиә улының яңы эш урынына тәғәйенләнеүенә бәйле, Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылына күсенә. Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы йәнә урындағы мәктәптә башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. Әммә уларға бында ла оҙаҡ йәшәргә тура килмәй: ғаилә башлығы яңы эшкә күсерелә – кире Ташбулатҡа ҡайталар. Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы ауыл мәктәбендә уҡытыуын дауам итә.
1959 йылда Зиннур Нурғәлинде Өфөгә “Совет Башҡортостаны” гәзитенә хәбәрсе итеп эшкә саҡыралар. Шулай итеп, ғаилә баш ҡалаға күсеп төпләнә. Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы 1964 – 1980 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны”нда хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыға.
Йылдар үтә. Зиннур Әхмәҙиә улы кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, унан филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһен ала, Фәндәр академияһының почетлы академигы, мәҙәниәт һәм сәнғәт советы рәйесе була. Оҙаҡ йылдар Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да, 90 йәшенә тиклем, юғары уҡыу йорто кафедраһында эшләүен дауам итә.
Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы менән Зиннур Әхмәҙиә улы 70 йыл бергә бәхетле ғүмер кисерә. Өс бала үҫтерәләр. Өлкән улдары Нур Эске эштәр министрлығы системаһында хеҙмәт итә, полковник, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған. Ҡыҙҙары Люциә – фән кандидаты, юғары уҡыу йортонда белем бирә. Кинйә улдары Илдар иһә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. Хәҙер барыһы ла, яуаплы хеҙмәт юлын лайыҡлы үтеп, хаҡлы ялда.
Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы 100 йәшен дәртле, теремек өләсәй булып ҡаршылай. Уның туғыҙ ейән-ейәнсәре, ике бүләсәре, өс бүләһе бар. Уларҙың ҡәҙер-хөрмәтен күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә ветеран. Бөйөк Еңеү байрамы алдынан, Өлкән йәштәгеләр көнөндә “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы менән осрашып, коллектив исеменән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң йылы һүҙҙәрен еткереп тора. Ветераныбыҙ янында һөйләшеп ултырыу үҙе бер бәхет, онотолмаҫ ваҡиға ул. Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙына милли баҫмала эшләгән йылдарында республикабыҙҙың төрлө билдәле кешеләре менән аралашырға насип иткән, әлеге осрашыу ваҡыттарында улар тураһында ла хәтирәләрен, йылы һүҙҙәрен еткерә.
– “Башҡортостан” гәзитенең уңыштарын күреп, ҡыуанып ултырам. Уның бөгөнгө хеҙмәткәрҙәренә, ветерандарына, барса уҡыусыларына иң изге теләктәремде еткерәм, – ти Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы.
Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халҡыбыҙ. Ғүмер буйы иренә ышаныслы терәк булған, яҡшы балалар тәрбиәләп үҫтергән хөрмәтле ветераныбыҙға ныҡлы һаулыҡ, күңел бөтөнлөгө, тыныс, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. 100 йәшлек оло юбилейығыҙ менән, Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы!
Люциә ХӘСӘНОВА, ветерандың ҡыҙы:
– Ҡәҙерле кешеләребеҙ беҙҙең өсөн ғаилә тормошоноң өлгөһө булды. Әсәйем атайыбыҙға ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәткә өйрәтте. Беҙ уның һәр һүҙен тыңлай инек. Атайыбыҙ ҙа әсәйебеҙҙең абруйын юғары тотто. Беҙ уларҙың бәхәсләшкәнен, бер-береһен шелтәләүен ишетмәнек. Әсәйем балаларҙы тәрбиәләү, көнкүреш эштәре буйынса бөтә мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә алырға тырышты. Ни ҡәҙәр ауыр хеҙмәт бит был! Әсәй атайҙы көндәлек мәшәҡәттәрҙән аралап, уға хәбәрсе булып эшләү, ғилми хеҙмәт менән шөғөлләнеү, кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертацияларын яҡлау, китаптар яҙыу һәм баҫтырыу, йәмәғәтселек бурыстарын атҡарыу мөмкинлеген бирҙе. Уны даими хәстәрләр, эштән ҡайтыуын һәр ваҡыт өҫтәл әҙерләп көтөр ине.
Оҙон ғүмерлелек, күрәһең, әсәйемә генетик яҡтан һалынған. Өләсәйебеҙ Хәкимә 103 йәшкә тиклем йәшәне. Башҡа факторҙар ҙа йоғонто яһайҙыр – ауыр бала саҡ, йәшлек осоро. Бәләкәй сағынан уҡ ҡустыларын, һеңлеләрен ҡарау, колхоз баҫыуҙарындағы эш, эҫелә лә, һыуыҡта ла алыҫтағы мәктәпкә йәйәү йөрөү, ауыр һуғыш йылдары... Быларҙың барыһы ла әсәйебеҙҙең күңелен дә, тәнен дә сыныҡтырған, төрлө һынауҙарҙы еңеп сығырға өйрәткән. Шулай уҡ шишмә һыуы, саф һауа ла ғүмерҙе оҙайта. Ауыр һуғыш йылдарында кешеләр төрлө үләндәр менән туҡланған. Әсәйем гел төрлө йәшелсә, үлән, балыҡ ризыҡтарына өҫтөнлөк бирҙе. Һирәк ауырыны.
Хәҙер ул балаларын, ейәндәрен ҡурсалап йәшәй, бөтә нәмә өсөн борсола, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә. Республикалағы, илдәге хәлдәргә һис ҡасан битараф түгел.
Динә АРЫҪЛАНОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:
– Мин Ғәптиә апайҙы ниңәлер ялан сәскәһе, шифалы, хуш еҫле мәтрүшкә сәскәһенә оҡшатам. Был ябай үҫемлеккә күҙ һалыу менән тыуған яҡ йылыһын тойғандай, уның файҙалы сифаттарын баһалап, һоҡланғыс шифаһын һулағандай булам. Ғәптиә апай Нурғәлина тураһында һүҙ сығыу менән уның мөләйем йөҙө, наҙлы ҡарашы күҙ алдына килеп баҫа. “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһы тупһаһын ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына үтеп, корректорҙар бүлегендә эш башлаған осор бөгөнгөләй хәтерҙә. Ул саҡта журналистарҙың күбеһенә тап ошо тынғыһыҙ бүлектә грамоталылыҡҡа, яҙыу оҫталығына ҙур һынау үтергә тура килде.
Ғәптиә апай Нурғәлина, күптәнге танышын күргәндәй, ихлас ҡабул итте, ҡайһы яҡтан булыуымды, ҡайҙа йәшәүемде, атай-әсәйемде һорашты, эш нескәлектәрен, уның ябай ғына булмауын, төнгө сәғәттәргә тиклем һуҙылыу ихтималлығын аңлатты. Ул саҡта шәмбе лә, байрам көндәре лә корректорҙар өсөн эш көнө булды. “Дискотекаларҙан, кисәләрҙән мәхрүм ҡалаһың бит инде, былай булғас”, – тип шаярта торғайны. Һәр ваҡыт яҡты йөҙлө, сабыр холоҡло, тәмле телле Ғәптиә апайҙың бер быуатлыҡ ғүмер кисереүе, 100 йәшлек юбилейына аяҡ баҫыуы ғәжәп түгел. Изгелеге, матур күңеле, татыу ғаилә мөхите ауырлыҡтарҙы еңеп йәшәргә, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн янып-көйөп, ҡыуанып донъя көтөргә, яҡшыға ынтылып көрәшергә көс биргәндер.
Йәшәй белеү – үҙе бер ғүмер. Хеҙмәттәшебеҙ редакция менән бәйләнешен бер ҡасан да өҙмәне, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа уның хәл-әхүәлен белергә ынтылып торҙо. Апайыбыҙ 80 йәшлек юбилейына коллективты өйөнә саҡырып алғайны. Уның Зиннур ағай менән йәштәрсә донъя көтөүе, беҙҙе матур табын ҡороп, хөрмәт менән ҡаршылауы, был ике шәхестең үҙ-ара һоҡланғыс мөнәсәбәте бер мине генә әсир итмәгәндер. Юбиляр менән бергә татыулыҡта үткән эш көндәрен бөгөн дә юҡһынып иҫкә алам. Ул да мине яҡын күреп, ейәнсәренә минең исемде ҡушырға булғас, аралар тағы ла йылынғандай тойолдо. Нурғәлиндәр ғаиләһендә хәҙер минең аҙаш бар. Ошо күркәм ғаилә ағзаларына, хеҙмәттәшебеҙ Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙына иң изге теләктәремде еткерәм, һаулыҡ, күңел тыныслығы насип булһын!
Фотолар сығанағы: Рәмилә МУСИНА һәм Ғәптиә Нурғәлина архивынан.