Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
7 Ноябрь 2025, 16:00

Һөйөүҙәре һүрелмәгән

Ә бит Кинйәбулатовтарҙың танышып–ҡауышыуҙары  бик ҡыҙыҡ килеп сыға. Уларҙың яҙмышында Рәфҡәт апаның ағайы Заһретдин менән Гөлшат еңгәһе ҙур роль уйнай.

Һөйөүҙәре һүрелмәгән
Һөйөүҙәре һүрелмәгән

Тормошта бер–береһенә ҡәҙер–хөрмәт күрһәтеп, һәр атҡан таңға шатланып, балаларының иғтибар– ихтирамына төрөнөп йәшәгән  Баймаҡ районының һәмән ауылынан Рәйлә һәм Рәфҡәт Кинйәбулатовтар йортона килеп ингәс тә был өйҙә бәхеттең үҙе йәшәгәнен тойорға була. Сөнки бәхетле булыуҙы йәшереп булмайҙыр: ул һинең йөҙөңдә, йәшәү рәүешеңдә сағыла. Бер –береһенә йылы ҡараш ташлап, берен һүҙен икенсеһе йөпләп, бер–береһе менән шул тиклем итәғәтле мөнәсәбәттә булған оло парҙарҙы ситтән күҙәтеп ултырғандан һуң, ысынлап та Кинйәбулатовтарҙың ни тиклем бәхетле йәшәүҙәренә үҙең шаһит булаһың. Рәйлә Ғәлиулла ҡыҙы ҡартының һөйләгәндәрен бер генә тапҡыр ҙа бүлдермәне, әле булһа һөйөү тулы күҙҙәре менән уға ҡарап, йылмайып ҡына ултырһа, ҡатыны ғүмер ебен һүткәндә, Рәфҡәт Хөснетдин улы уның һәр һүҙенә менән ризалыҡ белдереп, мөләйем генә күҙҙәрен ҡарап алғанында, уны хуплағандай тойолдо. Бына ҡайҙа ул – ҡартлыҡтағы бәхет–бәхеттең дә иң ҙурыһы!

Ә бит Кинйәбулатовтарҙың танышып–ҡауышыуҙары  бик ҡыҙыҡ килеп сыға. Уларҙың яҙмышында Рәфҡәт апаның ағайы Заһретдин менән Гөлшат еңгәһе ҙур роль уйнай.

Түбәнге Таһир ауылы ҡыҙы Рәйлә инәй Түбә мәктәбен тамамлағас та “Һәүәнәк” совхозында фермала һауынсы була. Буласаҡ кейәү егете лә шул уҡ фермала эшләй. Белеүегеҙсә, элекке совхоз–колхоздарҙың гөрләп эшләп торған саҡтарында бер нисә бүлексә булдырыла. Көндәрҙең береһендә Билал бүлексәһенә өс йәш ҡыҙ эшкә килә. Был хаҡта егеттең Гөлшат еңгәһе белеп ҡала һәм ҡыҙҙар тураһында алдан белешеп– һорашып өлгөрә. Үҙенең ҡәйнешенә был хаҡта белдереп, ҡыҙҙарҙың Рәйлә тигәнен күреп–танышырға тигән шарт ҡуя. Рәфҡәт Хөснетдин улы еңгәһенең әйтеүенә көлөп кенә ҡуя, әммә йәш егеттең күңеле уйнамай ҡалмағандыр, күрәһең, һыйырын “родильный” ҡураға индереп йөрөгән талдай нескә билле, мөләйем генә йөҙлө Рәйләне шәйләп ҡала. Йөрәге тулҡынланыуҙан ҡыҙға һүҙ ҡушырға ла онотоп, тиҙерәк сығырға ашыға. Еңгәһенең һорауҙарына ла нисек яуап биргәнен хәтерләмәй, әммә уның был йомала һөйләшергә барабыҙ тигәнен генә ишетә.Был хаҡта  әйләгә аңғартҡыһы килә һәм йәнә ҡыҙ менән осрашыу эҙләй. Яҙмышың алдан яҙыла тигәндәре хаҡтыр, йәш һауынсы ял алып ауылына ҡайтырға йыйынған саҡта тап итә уны. Кашауай санаға ултыртып, “һә” тигәнсә ауылына алып барып та еткерә, төшөр алдынан ғына “Был йомала киләбеҙ”,–тип әйтә лә, ҡыуанысынан атының дилбәгәһен ныҡлы тартып, ҡайтыу яғына борола.

Был ваҡытта ут кеүек үткер, сая һәм дәртле еңгәһе күптән инде Рәйләнең ата– әсәһенә уларҙың күршеһе Сәхи ҡарт аша сәләм ебәреп тә өлгөргән була. Әйттелгән ваҡытҡа Һәмән ауылынан Түбәнге Таһирға ҡыҙ һоратырға яусы килә. Буласаҡ кейәү ҡыҙҙың күршеләре булған Сәхи ҡарттың йортонда үҙ–үҙенә урын таба алмай ултыра. “Кис үтте, төн ете, ағайымдар һаман юҡ. Ата-әсәләре риза булмағандыр, тип уйлайым. Үҙемә шул тиклем уңайһыҙ ҙа, ҡыйын да. Баҡтиһәң, былар беҙҙе әйттереп, никах уҡытып ултырғандар”,–тип  мут йылмая Рәфҡәт Хөснетдин улы.

Шулай итеп йәштәр ҡауышып, ирле–ҡатынлы булып Һәмән ауылына ҡайтып төшә. Күп тә йәшәп өлгөрмәйҙәр, йәш кейәү өс йылға әрме сафына алына.

—Ҡәйнәм менән йәшәргә ҡалдым. Ауырлы инем, тәүге улыбыҙ донъяға килде. Рәфҡәттең хаттарын көтөп алам, бәпәй йоҡлағанда, ҡағыҙ биттәре тултырып хат яҙам. Отпускыға ҡайтып китте, әрменән ҡайтыуына икенсе улым менән ҡаршы алдыҡ атайыбыҙҙы,–ти әңгәмәсем.

Ете балаға ғүмер бирәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы Кинйәбулатовтарға бала ҡайғыларын да кисерергә тура килә. Тәүге улдары 17 йәшендә һабантуйға ат өйрәткәндә фажиғәле һәләк булһа, Рәсүл улдары 52 йәшендә вафат була. Ауырлыҡтарҙы, барлыҡ ҡайғы– хәсрәттәрҙе бергә күтәреп, бер–береһенә терәк булып, ҡалған балаларының ҡәҙер–хөрмәтендә йәшәй улар. Бөгөн уларҙың 21 ейән–ейәнсәрҙре, 10 бүлә–бүләсәләре бар.

—1962 йылда өйләнешһәк тә ни өсөндөр ЗАГС–ҡа 1965 йылда ғына барғанбыҙ, тип һүҙҙәрен дауам итте Кинйәбулатовтар.—Ҡағыҙ буйынса быйыл бергә йәшәүебеҙгә 60 йыл, уйлап ҡараһаң, яңы ғына өйләнешкән кеүек тә. Әй, ғүмер тигәндең тиҙ үтеүе, күҙ менән ҡаш араһы кеүек. Татыу йәшәүҙең сере нимәлә тигәндәй, бер –береңде аңлап йәшәүҙәлер. Берең әйткәндә, икенсең өндәшмәй ҡалыу, ир һүҙен һанға һуғыу, ғаиләлә атай абруйын булдырыу ҙа мөһим,–ти Рәйлә Ғәлиулла ҡыҙы.

Әйткәндәй, Рәйлә Кинйәбулатова өс йыл ҡәйнәһе Вазифа инәй менән бергә йәшәй. Балаларының барыһына ла исемде ҡәйнәһе ҡуша, уларҙы тәрбиәләүҙә ҙур ярҙам итә. Үҙ–ара татыу йәшәгән ҡәйнә менән килен ауылдаштары өсөн өлгө булып тора.

Рәфҡәт һәм Рәйлә Кинйәбулатовтарҙың икеһе лә бик матур йырлай, йыр–моңға ғашиҡ булғанғалыр, күңелдәре лә матурлыҡты ярата. Йорт хужабикәһе гөлдәр үҫтерергә ярата, баҡса ултырталар, ҡош-ҡорт көтәләр.

Ғүмер юлын лайыҡлы үтеү өсөн һөйөү менән сабырлыҡ та, бер–береңде аңлау ҙа мөһим. Шул саҡта ғына алтын, гәүһәр, зөбәржәт туйҙарыңдың түрендә ултырыу бәхете тәтей. Тап ошо Рәйлә һәм Рәфҡәт Кинйәбулатовтар кеүек. Һәмән ауылының өлгөлө ғаиләләренең береһе булған геройҙарыма артабан да һаулыҡ–сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйем.

Автор фотолары

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Һөйөүҙәре һүрелмәгән
Һөйөүҙәре һүрелмәгән
Автор: Карима Усманова
Читайте нас