Республикала йөҙйәшәрҙәр һаны күбәйә. Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Икенсе Моҡас ауылында тыуып үҫкән Нәфисә Аллаярова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 17 йәшлек Нәфисә торф эшкәртеүҙә эшләй. Һуңғараҡ ул медик булып, 20 йыл дауамында ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында тора.
Ҡаланан йәйәү дарыу ташыған саҡтарын ул һаман яҡшы хәтерләй.
Оҙон ғүмер кисереүсе Нәфисә Аллаярова - ете бала әсәһе лә. Әлеге көндә уның 15 ейән-ейәнсәре, 34 бүләсәре бар. Хеҙмәт ветераны хаҡлы ялға бынан 50 йыл элек - 1976 йылда сыҡҡан.
Юбилярҙы Баймаҡ район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралағы начальнигы Азат Булат улы Шәрипов ҡотланы.
Беҙ ҙә Баймаҡ ағинәйенә һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ!
Фото: Баймаҡ районы хакимиәтенән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!