Хәйбулла районының Аҡнаҙар ауылында йәшәгән Шәрифулла Сәйфулла улы Ишкилдин 90 йәшен билдәләгән.
Ғүмеренең күркәм байрамын ул яҡындары менән ҡаршы алды. Изге йола буйынса юбилярҙы шулай уҡ район хакимиәте һәм ветерандар советы вәкилдәре тәбрикләне. Лайыҡлы тормош юлы үткән аҡһаҡал бөгөн дә көр күңелле. Яҡындарына терәк таяныс, өлгө булып бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Олпат юбилейы менән Шәрифулла Сәйфулла улын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, именлек, рух ныҡлығы теләйбеҙ!
Сығанаҡ: Хәйбулла район башҡорттары ҡоролтайы
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!