Халыҡ һөйөүен яулаған яугир Фәнис Хөсәйеновтың иң яҡын кешеһе – олатаһы вафат булған. Ошо хаҡта “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина белдерҙе.
– “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте исеменән Миңлемәғдән Муса улының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам.
Бөгөн Миңлемәғдән Муса улының ике улы һәм биш ейәне махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ейәне Фәнис Хөсәйенов хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.
Миңлемәғдән Муса улы Хөсәйенов ветеран ғына түгел, ул легендар кеше, батырлыҡ һәм еңеүгә ынтылыш символы булды. Миңлемәғдән абыйҙың китеүе – барыбыҙ өсөн дә ҙур юғалтыу. Ул тиңләшергә ынтылырлыҡ өлгөлө кеше булып торҙо. Уның тормошо – Ватанға хеҙмәт итеүҙең сағыу өлгөһө.
Беҙ Миңлемәғдән Муса улының ғаиләһенең һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уның тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр, – тип белдерҙе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.
Фото сығанағы: vk.com/gulnurkulsarina.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!