Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
8 Февраль , 15:15

Туҡһан йәш тип әйтмәҫһең дә!

Кәзәләре лә уға өйрәнеп бөткән, инәйҙең һарай ишеген асып ингәнен көтөп кенә торалар. 90 йәшлек инәйебеҙ еңел генә аҙымдар менән тар ғына баҫҡыс буйлап һарай башына үрмәләп менеп тә китә, бесән төшөрә, малдарына һыу ташып эсерә. Шул шөғөлөнән күңеленә рәхәтлек таба. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тиҙәр. 

Туҡһан йәш тип әйтмәҫһең дә!
Туҡһан йәш тип әйтмәҫһең дә!

Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул һаман да гөрләтеп донъя көтә, емеш-еләк үҫтерә, мал ҡарай. Өҫтөнә матур күлдәк кейеп, сәскәле яулыҡ ябынып, йүгереп сығып ҡаршы алған мөләйем йөҙлө инәйгә 90 йәш һис тә бирмәҫһең!

Шәүрә Хәсән ҡыҙы ике ҡатлы күркәм йортта оло ҡыҙы менән донъя көтә. Зауыҡ менән ҡоролған донъяһына һоҡланып туймаҫлыҡ. Инәйҙең бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән. Һөйләшеү барышында ул алыҫ бала сағына ҡайтып, хәтирәләре менән уртаҡлашты.

- Смаҡайҙа тыуып үҫтем. Әле беҙ йәшәгән йортобоҙ ерендә элек иген сәсәләр ине. Беҙҙең «Тәйрүк» колхозы бик бай булған. Әсәйемдең һәр саҡ йырлап эшкә
барҙыҡ, кискеһен йырлап эштән ҡайттыҡ, тип һөйләгәне иҫемдә. Һуғыш башланғанда миңә биш йәш ярым ғына ине. Атайымды нисек һуғышҡа оҙатҡандарын кисәгеләй хәтерләйем. Беҙҙе иртүк ат арбаһына ултыртып алып киттеләр. Ул ваҡытта военкомат хәҙерге Бульвар урамындағы парк туҡталышының ҡаршыһында бәләкәй генә бинала ине. Музыка уйнай, кем йырлай, кем илай, халыҡ күп. Шулай итеп атайыбыҙҙы һуғышҡа оҙаттыҡ. Өйҙә әсәйем өс бала менән тороп ҡалды. Ул көнө буйы эштә булғанлыҡтан, минән өс йәшкә олораҡ апайым өй эше, баҡса менән булышты. Ярты йәшлек ҡустымды ҡарау минең иңемдә булды. Ул атламағас, гел елкәмә йөкмәп ала ла йөрөй инем. Хатта бер тапҡыр ҡустымды күтәреп Буҙайғыр йылғаһының бәләкәс кенә күпере аша сыҡҡанда һыуға төшөрөп ағыҙып ебәрә яҙҙым. Яр буйында уйнап йөрөгән малайҙар күреп ҡалып тотоп өлгөрҙө. Һуғыш ваҡытында атайым Сталинградта окоп ҡаҙғанда эргәһендә бомба шартлап яралана. Алматы ҡалаһына оҙатылып госпиталдә ята. Өйгә ҡайтып әҙерәк торғас, кире һуғышҡа алынып, Курск дуғаһы алышында ҡатнаша. Һуңынан Кёнигсберг ҡалаһына барып етеп, унда бер нисә немецты әсирлеккә ала. Һуғыш тамамланғас та атайыбыҙҙы шунда уҡ ҡайтарманылар. Япон һуғышына әҙерләгәндәр уларҙы. Әммә унда ебәреп өлгөрмәйҙәр һәм Яңы йыл алдынан ул ҡып-ҡыҙыл алмалар тотоп ҡайтты төштө, - тип йылмайып иҫләй инәй атаһын.

Ауыр һуғыш йылдарының иң яҡты бер сағыу иҫтәлеге - ауылға ут кергән ваҡытты ла яҡшы хәтерләй инәй. 

- 1943 йылда ауылыбыҙға ут үткәрҙеләр. Казаков тигән монтажсы ир бер төркөм балаларҙы эргәһенә йыйҙы ла: «Мин - тылсымсы. Хәҙер ошо лампочкаға өрһәм, ул
янасаҡ”, - тине. Һәм, ысынлап, та тирә-яҡ яп-яҡты булып китте. Эй, шатландыҡ!

Шәүрә Хәсән ҡыҙы мәктәпте тамамлағас, Салауаттағы техник училищела төҙөлөш мастерына уҡып сыға. Буласаҡ тормош иптәше Рафиҡ менән дә шунда таныша. Йомшаҡ күңелле кәләшен ире төҙөлөштә эшләткеһе килмәй. Йәш ҡатын геофизика контораһында чертеж һыҙыусы булып эшкә урынлаша. Тормош иптәше Рафиҡ Абдрахман улын партия йыш ҡына Башҡортостандың әле бер, әле икенсе ҡалаһына ебәреүе сәбәпле, йәш ғаилә күсенеп йәшәргә мәжбүр була. Улар бер ҡасан да һынатмай, һәр ерҙә
үҙҙәрен хеҙмәт алдынғыһы итеп таныта. Ниһайәт, тыуған Смаҡайҙарына ҡайтып төпләнгәс, икәүләп йорт төҙөп сығалар. Әлфиә һәм Рәйсә исемле ҡыҙға ғүмер бирәләр.
Уларҙы уҡытып, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Бөгөнгө көндә ғаилә башлығы күптән гүр эйәһе булған. Шәүрә инәй оло ҡыҙы Әлфиә менән бергә татыу ғүмер итә. Йәйгеһен тирә-яҡтан ейән-ейәнсәрҙәре, бүләсәләре ҡайтып төшә. Бергәләп күңелле итеп йәшәйҙәр, баҡса үҫтерәләр. Йорт түрен биҙәп ултырған пианиноға ла йән керә. Ейәндәре уйнап-йырлап, өләсәләренең күңелен күтәрә.

- Бер ваҡытта ла тик ултырырға яратманым. Әле лә көн һайын хәрәкәт итергә тырышам. Ҡар көрәйем, кәртәгә сығып малдарҙы ҡарайым. Баҡса үҫтереү буйынса журналдар алдырып уҡыйым. Яҙҙы көтөп алам. Йәй буйы баҡсанан сыҡмайым. Ер эшен бик яратам, - ти инәй.

Шәүрә инәй кәртә тултырып кәзәләр аҫрай икән. Көн һайын иртән торғас ул малдары янына ашыға. Улар менән һөйләшә, малҡайҙарын иркәләй. Кәзәләре лә уға өйрәнеп бөткән, инәйҙең һарай ишеген асып ингәнен көтөп кенә торалар. 90 йәшлек инәйебеҙ еңел генә аҙымдар менән тар ғына баҫҡыс буйлап һарай башына үрмәләп менеп тә китә, бесән төшөрә, малдарына һыу ташып эсерә. Шул шөғөлөнән күңеленә рәхәтлек таба. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тиҙәр. Мәҡәлә геройымдың һаман да йәштәрсә теремек булыуының сере тап ошондалыр ҙа.

Автор һәм фото: Милә Мәзитова

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Карима Усманова
Читайте нас