Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
18 Февраль , 16:00

Өй түрендә – тарих китапханаһы

Ул күрһәткән китаптарҙы ҡулға алған саҡта бөгөнгә саҡлы нисек туҙмай һаҡланыуына хайран ҡалаһың – күптәре бер нисә быуат элек баҫтырылған бит. Ҙур стажлы тарих уҡытыусыһы, күптән хаҡлы ялда булһа ла, әле лә тарихи эҙләнеүҙәрҙән туҡтамаған Ниғмәтулла Ваһапов уларҙы ҡәҙерләп һаҡлай.

Өй түрендә – тарих китапханаһы
Өй түрендә – тарих китапханаһы

Ул күрһәткән китаптарҙы ҡулға алған саҡта бөгөнгә саҡлы нисек туҙмай һаҡланыуына хайран ҡалаһың – күптәре бер нисә быуат элек баҫтырылған бит. Ҙур стажлы тарих уҡытыусыһы, күптән хаҡлы ялда булһа ла, әле лә тарихи эҙләнеүҙәрҙән туҡтамаған Ниғмәтулла Ваһапов уларҙы ҡәҙерләп һаҡлай. Донъя тарихы буйынса һәр бер һорауға ентекле яуап бирә алыуы бер хәл, шундай үтә һирәк осрай торған (ә, бәлки, берҙән-бер булған) китаптарҙы ҡайҙан таба алған ул?

– Ниғмәтулла Хәмиҙулла улы, Һеҙ – оҙаҡ йылдар мәғарифта ал-ял белмәй эшләгән кеше. Оло юл нисек башланды, беҙгә лә һөйләһәгеҙ ине?

– Ҡазан университетын тамамлағас, Татарстанда эшкә ҡалдым, элек юғары уҡыу йортонан һуң дипломдағы һөнәр буйынса мотлаҡ өс йыл эшләргә тейеш инең бит, – ти. – Әммә, бер йыл эшләгәс тә, Татарстан Фәндәр академияһына аспирантураға саҡырҙылар. Унда имтихандар бирҙем һәм бынан университетты тамамлағандағы диплом темамды – “Керәшендәрҙең суҡыныу тарихы” тигән фәнни эҙләнеү эшемде дауам иттем.

Фәндәр академияһына саҡырыуҙарының сәбәбе асыҡ – Ниғмәтулла Ваһапов студент саҡтарында уҡ боронғо графиканы яҡшы өйрәнгән, бынан 500-ләп йылдар элегерәк иҫке төрки телендә баҫылған китаптарҙы еңел уҡыған. Һораусылар булһа, һүҙлек ярҙамында тәржемә итеп тә.

Әммә аспирантурала уҡый башлағас та уға 82 йәштәге атаһы шылтырата: “Улым, үҙебеҙгә ҡайт эшкә, беҙҙә йола шундай – ҡартайған ата-әсәңде ташларға ярамай”. Шунан йәш Ниғмәтулла тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.

– Аспирантурала уҡыуҙы ташлағанға үкенмәйһегеҙме?

– Юҡ. Атайым да ауырый ине, мин ҡайтҡас дүрт йыл ғына йәшәне. Етмәһә, ул саҡта өйләнгәйнем, балалар тыуҙы. Ҡыҫҡаһы, аспирантурала уҡыу теләге артта ҡалғайны инде. Хәләл ефетем – Муса исемле ауылдан башҡорт ҡыҙы Сания. Ул мәктәптә оҙаҡ йылдар математиканан уҡытты, күп кенә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән педагог. Туғыҙ балалы ҙур ғаиләлә тыуып үҫкән. Тәүҙә ошо райондың Мәҡсүт ауылында уҡытты. Һуңынан, өйләнгәс, Күгәрсен ауылында төпләндек. Мин Өфөгә, башҡа яҡтарға командировкаларҙа йыш булғылай инем, тарихи эҙләнеүҙәр буйынса сәфәрҙәр ҙә күп кенә булды. Бындай саҡтарҙа ҡатыным Санияға йортта мал ҡарауҙы ла, башҡа ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ эштәрен дә үҙ өҫтөнә алырға тура килә ине, юлға сығыр алдынан минең костюм-фәләнем дә әҙер тора. Шуға бик рәхмәтлемен уға.

– Ә тарих менән шулай тәрәндән ҡыҙыҡһыныуығыҙ ҡайҙан һәм нисек башланды?  

– Үҙемдең ата-бабаларымдың тормошо һәм эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһыныуҙан, уларҙы өйрәнеүҙән башланды инде минең был шөғөлөм. Һәм ғүмерлеккә һайлаған һөнәрем, фәнни эшем.

Бабайым Рәхмәтулла, мәҫәлән, Бохара әмиренең хатын төрөк солтанына алып барған. Ул солтанға инеп, хатты уның ҡулына тоттора һәм бер юлы ғәрәптәр иленә хажға китә. “Ҡайтышлай миңә инерһең”, – ти уға төрөк солтаны. ХХ быуат башындағы ауыр осор була ул саҡта – Төркиә Балҡан дәүләттәре менән һуғыш алып бара, сөнки был илдәрҙең Ғосман империяһы ҡул аҫтынан сығыу өсөн көрәшкән дәүере. Батша Рәсәйе хажға барыусыларҙың Ҡара диңгеҙ аша йөрөүен туҡтата, төрөктәргә ярҙам итерҙәр тип шикләнә.

Һөҙөмтәлә хажға юлланыусыларға Бохара ханлығы аша барырға тура килә. Рәхмәтулла бабайыбыҙ ҙа 1909 йылда хажға барыу өсөн шул йүнәлеште һайлай. Уның ике ярҙамсыһы була, береһе – Мөхәмәт исемле, икенсеһенең исемен асыҡлай алманым әлегә.

Әммә Бохараға көндөҙгө сәғәттәрҙә килеп етә алмайҙар, ә кис булыуға ҡаланың ҡапҡалары ябыла икән, сөнки Бохара һәм Хива ханлыҡтары араһында һуғыш бара, шуға төнөн ҡапҡалар аша индермәйҙәр. “Беҙ – хажға барыусылар, индерегеҙ инде”, тип инәлгәс, ҡарауылсы әмирҙән рөхсәт һорарға китә. “Кем ғәрәпсә һәм төрөксә белә, шуларҙы ғына индерегеҙ”, ти әмир.

Ә беҙҙең бабай Ырымбур өлкәһенең Ҡарғалы мәҙрәсәһендә белем алған, ғәрәп һәм төрөк телдәрен яҡшы белә. Шуға уны Бохара ҡалаһына индерәләр, ә ике юлдашы ҡапҡа тышында тороп ҡала. Бабайым әмиргә тәүҙә ғәрәпсә өндәшә, шунан төрөк теленә күсә. Асыҡланыуынса, хан үҙе төрөксә күпмелер һупалай, ә ғәрәп телен бөтөнләй белмәй икән.  Бер аҙ төрөк телендә аралашып ултырғас, әмир уға шулай ти: “Һин хажға китеп бараһың икән. Мин һиңә сургучлы мисәт һуғылған хат бирәм, һин уны төрөк солтанына тапшырырһың”.

Рәхмәтулла бабай был хатты солтанға тапшыра һәм, солтандың һорауы буйынса, хаждан ҡайтышлай 1909 йылдың 15 ноябрендә тағы ла төрөк солтанына инеп сыға. Солтан Мөхәммәт Рашад уға китаптар бүләк итә. Был китаптарҙың ҡайһы берҙәре миңә лә мираҫ булып ҡалған.

– Уларҙың исемдәре, йөкмәткеһе, тәғәйенләнеше менән танышыу мөмкинлеге бармы?

– Әлбиттә. Шул китаптарҙың береһе – “Тәрбиә, әхләҡиә, сәйәсиә вә ижтимағия” китабы. Ул Төркиәлә 1903 йылда төрөк телендә баҫып сығарылған. Тағы ла бер китап “Тарихи мәҙәниәт” тип атала, уныһы 1906 йылда Истамбулда донъя күргән.

Ошо тарихи баҫмалар араһында үҙем ҡәҙерләп һаҡлаған бик боронғолары ла бар. “Кал фи кәшфизонүк әл мөштәһир бәян я сами әл китап” тигән баҫма, мәҫәлән, ғәрәп иҫәбенә ярашлы, 1299 йылда баҫылып сыҡҡан! Ул ғәрәп телендә төрлө хәҙистәр һәм уларға анализ (аңлатмалар) биреүгә бағышланған күп бүлектәрҙән тора.

Бынан тыш, бабайыма Бохара әмире бүләк итеп биргән китаптар ҙа һаҡлана миндә. Бына, мәҫәлән, Хива ханлығының Ширғәни мәҙрәсәһендә нәшер ителгән китап, ул ниндәй юлдар менәндер Бохараға килеп эләгә һәм Бохара әмире уны минең бабайыма бүләк итә. Был ҙур китап мосолман диненең ҡанундарына аңлатма биреүгә бағышланған. 1845 йылда уны Ҡазанда ҡабаттан баҫып сығаралар.

Ҡулъяҙма рәүешендә эшләнгән китаптар ҙа бар. Улар араһынан Урта Азияның өгөт-нәсихәт яҙыусылары сығарған китапты күрһәтергә мөмкин. Унда Иран һәм Урта Азия шағирҙарының әҫәрҙәре – мәснәүиҙәр, робағиҙар, ҡиссалар, мөнәжәттәр – тупланған. Был китапта шулай уҡ Хәким Сәнәи әҫәренә эйәреп яҙылған ете поэма ла бар. “Сәләлләт әлзәһәп” әҫәре – иң ҙурыһы, ул 18-се биттән 234-се биткә тиклем урын алған.

Ошондай әҙәби китаптарҙан тыш тарихи темалағы боронғо китаптарым да бар. Шиһабетдин Мәржәни, Мостафа Ғәлиәкбәр 31 китаптан торған әҫәрҙәр ижад итә. Әммә улар ҡулъяҙма көйө һаҡланып килгән һәм ике томы ғына ғәҙәти китап булараҡ, йәғни типографияла баҫылып донъя күргән. Оҙаҡламай Ҡазанда был әҫәрҙәрҙең 10 томлыҡ йыйынтығы донъя күрәсәк, иншалла.

Рәхмәтулла бабайым бүләк итеп бирелгән китаптарҙы туплап ҡына бармаған, үҙе лә һатып алған. Миҫалға уның Мәкәрйә йәрминкәһендә һатып алған “Әхтәри кәбир” (“Ҙур һүҙлек”) исемле китабын күрһәтергә мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нисәнсе йылда алынғанын асыҡлап булманы. Китап өс томдан торһа ла, өсөнсө томы ғына һаҡланып ҡалған һәм ул миндә. Был йыйынтыҡты 1880 йылда Истамбулда Хәсән Хәлми тигән кеше баҫтырған. Бөтә өс томдың да йәмғеһе 1 464 биттән тороуы билдәле. Бабайым уны хажға барырға йыйынғанда алған һәм ни өсөн был китаптың уның иғтибарын йәлеп итеүен һиҙемләргә мөмкин – был һүҙлектә бик күп төшөнсәләр ғәрәп теленән төрөксәгә тәржемә ителгән.

Боронғо китаптар фәҡәт ғәрәп йәки иҫке төрки телендә генә сығарылған тип уйларға ярамай. Миндә, мәҫәлән, бөтә донъяға билдәле “Мең дә бер кисә” әкиәттәр йыйынтығының 1898 йылда Ҡазанда баҫылған IV – VI томдары һаҡлана, ул татар телендә.

Был йәһәттән Ҡәйүм Насыриҙың күренекле шәреҡ философы һәм табибы Әбү Ғәли Ибн Синаның, европаса әйткәндә – Авиценнаның, “Китаби аш шифа”( “Дауалау китабы”) әҫәренә таянып яҙылған китабын да күрһәтергә мөмкин.  Ундағы төшөнсәләр латинса, русса һәм татарса бирелгән. Бер юлы Риза Фәхретдиновтың миндә һаҡланған “Ибне Батутаның Дәште ҡыпсаҡҡа сәйәхәте” китабын да телгә алырға мөмкин.

Ошондай бороно яҙмаларҙы асыҡлау, уны киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу, халыҡҡа таратыу һәм аңлатыу – яратҡан кәсебем, хәйер, ул кәсеп кенә түгел, ә тыуған халҡым алдындағы бурысым да.   Үҙебеҙҙең Күгәрсен районының “Мораҙым” гәзитендә, мәҫәлән, тарихи темаға мәҡәләләрем йыш сығып тора. Редакция хеҙмәткәрҙәре лә даими мөрәжәғәт итә, мәҡәлә яҙыуымды һоарй.   Күптән түгел генә ошо гәзиттә донъя күләмендә танылған мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдиновтың тыуыуына 165 йыл тулыуға арналған мәҡәләм, унан алдараҡ ҡына төрки телле шиғриәттең атаһы Йософ Баласағунлы тураһындағы яҙмам донъя күрҙе.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас