Нефтекамала тыл эшсәне Бибий Миңлеғолова 100 йәшлек юбилейын билдәләгән. Юбилярҙы шулай уҡ ҡала мэры Эльдар Вәлидов, хакимиәт вәкилдәре Илшат Дилмиев һәм Рафаэль Солтанов тәбрикләгән.
Бибий Маҡай ҡыҙының тормош юлы Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуң илде тергеҙеү осорона тура килгән. Ул Үрге Тиктәм ауылында тыуып үҫкән, дүрт класс уҡыған һәм бөтә ғүмерен колхоз эшенә бағышлаған. Хәҙер уның ҙур ғаиләһе: 5 ейән-ейәнсәре, 9 бүлә-бүләсәре һәм 10 тыуа-тыуасары бар.
Йөҙйәшәр инәй үҙ аяғында йөрөй, зиһене асыҡ. Бибий Маҡай ҡыҙы йәшәүгә ынтылышы менән барыһына ла өлгө булып тора.
Сығанаҡ: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте сайтынан
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!