Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
25 Февраль , 11:00

100 йәшлек ветеран оҙон ғүмерлелек серен асты

Ул бөтә күңеле менән беҙҙең егеттәр өсөн борсола һәм еңеүгә ышана

100 йәшлек ветеран оҙон ғүмерлелек серен асты
100 йәшлек ветеран оҙон ғүмерлелек серен асты

20 февралдә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының Почетлы гражданы Валентина Ивановна Соловьеваға 100 йәш тулды.

Ул Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң 1941 йылда шәфҡәт туташы курстарын тамамлай. Комсомол билетында тыуған көнөн 1926 йылдан 1925 йылға төҙәтә, әммә фронтҡа 1943 йылда ғына эләгә.

Валентина Ивановна 1886-сы механизацияланған зенит-артиллерия полкында хеҙмәт итә. Башта санитар инструктор, һуңынан телефонист һәм өлкән телефонист була. Ефрейтор дәрәжәһендә Курскты һәм Украинаның Конотоп ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Бик күп орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, улар араһында “Германияны еңгән өсөн” миҙалы бар. Һуғыштан һуң 32 йыл Юл-ремонт төҙөлөшө идаралығының юл мастеры булып эшләй.

 "Валентина Ивановна махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға әүҙем ярҙам итә, маскировка селтәрҙәренә материалдар һатып алыу өсөн МХО ирекмәндәренә финанс ярҙамы күрһәтә. Ул бөтә күңеле менән беҙҙең егеттәр өсөн борсола һәм еңеүгә ышана, алыҫ 40-сы йылдарҙағы кеүек", - тип белдерҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы Эмиль Шәймарданов.

Оҙон ғүмерлелек серен асып, Валентина Ивановна, иң мөһиме – юлда яҡшы кешеләрҙе осратыу, Ватандың ярҙамын тойоу һәм үҙең шөғөлләнгән эште яратыу, тип билдәләй.

Фото: Эмиль Шәймардановтың Телеграмдағы сәхифәһенән.

100 йәшлек ветеран оҙон ғүмерлелек серен асты
100 йәшлек ветеран оҙон ғүмерлелек серен асты
100 йәшлек ветеран оҙон ғүмерлелек серен асты
100 йәшлек ветеран оҙон ғүмерлелек серен асты
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас