Бөгөн, 17 мартта, Белорет ҡалаһында йәшәгән Венера Ғата ҡыҙы менән Сабирйән Әхмәтйән улы Мырҙағәлиндар бергә татыу ғүмер итеүҙәренең 65 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләй.
65 йыл – ул оҙон ғүмер юлы, сабырлыҡ, тоғролоҡ һәм ихлас мөхәббәт емеше. Улар дүрт балаға – ике улға һәм ике ҡыҙға ғүмер биреп, намыҫлы, хеҙмәт һөйөүсән, ғаилә ҡәҙерен белгән кешеләр итеп тәрбиәләгән. Бөгөн балалары, ейәндәре һәм бүләбүләсәрҙәре, уларҙың татыу ғаилә үрнәге булған юлы менән ғорурлана, һоҡлана.
Улар 65 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, пар былбылдай тормош итә, ауыр саҡта аумаҫ терәк булып, ғүмер йомғаҡтарын һүтә. Ә яҡындары, балалары уларға ҡарап һоҡлана, ихтирам һәм хөрмәтен белдерә.
"Һеҙ булғанға беҙ бәхетле, йөҙҙәребеҙ нурлы, һөйкөмлө", - ти балалары.
Венера менән Сабирйән Мырҙағәлиндар – һуғыш осоро балалары. Сабирйән ағайҙың атаһы Әхмәтйән 1945 йылда һуғышта хәбәрһеҙ юғалған. Шулай уҡ Венера апайҙың атаһы – Ғата Вәли улы Иҡсанов та яуҙан ҡайта алмаған...
Шулай булһа ла яугирҙәрҙең балалары Венера менән Сабирйән Мырҙағәлиндәр матур итеп ғаилә ҡороп, атайҙары бүләк иткән тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, матур итеп ғүмер кисерә, хаҡлы ялға сыҡҡансы намыҫлы эшләй, һоҡланғыс балалар үҫтерә.
– Мартта атайыбыҙға 91 йәш тулды, әсәйебеҙгә әле 89 йәш. Күптәр һоҡланырлыҡ ғүмер кисергән атайым менән әсәйемде оло байрамдары менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, тигеҙ ҡартлыҡ, бәхетле һәм игелекле оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, шатлыҡлы көндәр һәм тағы ла күп йылдар иңгә-иң терәп йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Рәхмәт һеҙгә барыһы өсөн дә, – ти ҡыҙҙары, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рәмзиә Ишмырҙина.
Быйыл республикабыҙҙа Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Был иһә ошондай өлгөлө, матур ғаиләләргә мәртәбә өҫтәй, дәүләт тарафынан иғтибарҙы арттыра.
Фото: Мырҙағәлиндәрҙең ғаилә архивынан.