Ветеран
13 Апреля , 13:15

100 йәшендә лә хужалығын үҙе алып бара

Пенсияһын үҙе тотона. Афарин!  

100 йәшендә лә хужалығын үҙе алып бара100 йәшендә лә хужалығын үҙе алып бара
100 йәшендә лә хужалығын үҙе алып бара

Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Байым ауылында йәшәгән Мәрйәм Хитабуллина бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән. Ағинәйҙе район хакимиәте башлығы Айрат Әминев үҙе килеп ҡотлаған. Был хаҡта башлыҡ үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.

Туйыш ауылында  тыуып үҫкән Мәрйәм Дәүләтша ҡыҙы әле Байым ауылында ғүмер кисерә.100 йәше тулыуға ҡарамаҫтан, хужалығын үҙе алып бара, пенсияһын үҙе тотона. Туғандарының барыһының да тыуған көндәрен белә. Һаулығы ла зарланырлыҡ түгел. Ире иртә -1962 йылда үлеп ҡала. Мәрйәм инәй үҙенең - өс, иренең тәүге ҡатынынан булған өс балаһын яңғыҙы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыра.
Бөгөн инәй Лира ҡыҙы менән йәшәй.

Район башлығы Айрат Әминев Мәрйәм инәйҙе бер быуатлыҡ юбилейы менән тәбрикләп: "Йөҙ йәшкә һәр кем барып етә алмай. Изге күңеле өсөн Хоҙай бүләге ул.
Йөҙ йәшегеҙ ҡотло булһын, Мәрйәм инәй!" - тине.

Беҙ ҙә Әбйәлил ағинәйен бер быуатлыҡ олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Инәйгә йән һәм тән тыныслығы, һаулыҡ теләйбеҙ!

Сығанаҡ: Әбйәлил районы хакимиәте сайтынан.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

100 йәшендә лә хужалығын үҙе алып бара
100 йәшендә лә хужалығын үҙе алып бара
Автор:Карима Усманова
Читайте нас