Ветеран
15 Мая , 19:50

Ниҙәр генә күрмәгән, ниҙәр генә кисермәгән

 Ә бөгөн 100 йәшлек Файза инәй үҙен бәхетле иҫәпләй.

Ниҙәр генә күрмәгән, ниҙәр генә кисермәгәнНиҙәр генә күрмәгән, ниҙәр генә кисермәгән
Ниҙәр генә күрмәгән, ниҙәр генә кисермәгән

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районы ағинәйе Файза Бикбоваға 100 йәш тулды.

Бер быуат эсендә ниҙәр генә күрмәгән, ниҙәр генә кисермәгән Файза Фәйзрахман ҡыҙы Бикбова. Шулай ҙа хөрмәтле тыл ветераны, "Әсәлек даны" ордены кавалеры үҙен бик бәхетле кеше тип иҫәпләй. Бөгөнгө көндә ул улы Мансур менән килене Әҡлимәнең күркәм доньяһының түрендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә.

Файза Фәйзрахман ҡыҙы Аҡъегет ауылында донъяға килә. Бала һәм үҫмер сағы һуғыш һәм унан һуңғы аслыҡ, юҡлыҡ йылдарына тура килә. Бәләкәйҙән эшләй, тиҫтерҙәре менән үгеҙ егеп ер һөрә, бесән ваҡытында колхозға бесән эшләшә. Ә кистәрен шәм яҡтыһында һалдаттарға ойоҡтар бәйләй, Еңеүгә ҙур өлөш индерә улар. Ныҡ көтһәләр ҙә, аталары һуғыштан әйләнеп ҡайта алмай, яу ҡырында батырҙарса һәләк була.

Буй еткергәс, уңған ҡыҙ һауынсы булып эш башлай. Илленсе йылда Ибраһим ауылы егете Хәмитйәнгә кейәүгә сыға. Һуңыраҡ ғаилә Ғәлиәхмәттә төпләнә. Файза инәй мәктәптә йыйыштырыусы, ғаила башлығы механизатор булып эшләп хаҡлы ялға сығалар. 60 йыл бергә ғүмер иткән Бикбовтарға гәүһәр туйҙарын ҡаршы алырға ла насип була. Улар ун балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына баҫтыралар. Әлеге көндә юбиляр 82 ейән-ейәнсәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә һөйөнөп балалары хөрмәтендә тормоштоң йәмен татып йәшәй.
Һаулыҡ, рух ныҡлығы инәйгә!

Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

Ниҙәр генә күрмәгән, ниҙәр генә кисермәгән
Ниҙәр генә күрмәгән, ниҙәр генә кисермәгән
Ниҙәр генә күрмәгән, ниҙәр генә кисермәгән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас