

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы инвалидлығы булған МХО ветерандарының көнкүреш шарттарын яҡшыртыу буйынса эҙмә-эҙлекле эшен дауам итә.
Бөрө ҡалаһында дәүләт фонды филиалының социаль координаторҙары ҡала комиссияһы һәм Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте вәкиле менән бергә ике ветерандың торлағын ентекле тикшергән.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса йортто яраҡлаштырыуға кәрәкле саралар исемлеге төҙөлгән. Унда “Аҡыллы йорт” системаһын ҡуйыу, тотҡалар һәм махсус сантехник ҡорамалдарҙы монтажлау, аяҡ аҫты тайғаҡ булмаһын өсөн махсус япма һалыу, шулай уҡ уңайлы эш урынын ойоштороу инә.
Әлеге көнгә "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы торлаҡты яраҡлаштырыуға 300-ҙән ашыу ғариза ҡабул иткән. Уларҙың өстән бер өлөшө буйынса эш үтәлгән. Төп маҡсат — ветерандар өсөн үҙ өйҙәрендә уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыу, тип хәбәр итә ойошма үҙенең социаль селтәрҙәрендә.
Сығанаҡ: https://vk.com/zashitnikiotechestvarb