Ветеран
6 Июля , 07:00

100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны МХО-ға ярҙам итә

"Ул миңә, 100-гә тиклем етеп булмаҫ, тип әйткәйне. Әммә ошо йәшкә етергә тырышасағын белдергәйне. Ветеран вәғәҙәһен үтәне!"

100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны МХО-ға ярҙам итә100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны МХО-ға ярҙам итә
100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны МХО-ға ярҙам итә

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтдин Фәхретдин улы Хәлитов Ейәнсура районының Абҙан ауылында йәшәй. Күптән түгел уға 100 йәш тулды. Ошо айҡанлы Абҙан ауылының мәҙәниәт йортонда ветеранды быуатлыҡ юбилейы менән ҡотланылар. Тантанала ауыл халҡы, туғандары ҡатнашты.

Юбилярҙы район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, туғандары, уҡыусылар ҡотлап, иң матур теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ Башкортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың да ҡотлауын тапшырҙылар. 

Әхмәҙин Хәлитов 1943 йылда 17 йәшлек үҫмер булып фронтҡа китә. Германияға тиклем хәрби юл үтә, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм “Еңеү өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. Польшаны фашистарҙан азат иткәндә яралана. 1950 йылда ғына тыуған яғына ҡайта.

Әхмәтдин Фәхретдин улы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итә. Күптән түгел ул Ейәнсура яугирҙәре өсөн әҙерләгән посылкаһын алғы һыҙыҡҡа ебәргән.

Ветеран матур ҡартлыҡ кисерә. Уны балалары, яҡындары хөрмәт, хәстәрлек менән ҡарай. Яҡындары ярҙамында ошо йәшкә етеүенә, һау-сәләмәт булыуына шатлана.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт бер кемде лә аямай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар көндән-көн кәмей бара. Әхмәтдин Фәхретдин улы кеүек ағайҙарыбыҙ беҙҙең өсөн тере легенда, улар менән осрашыу - үҙе бер ғүмер. Улар менән осрашҡан һайын ҡулдарынан тотоп, Еңеү өсөн рәхмәт әйтәм. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һәр береһенә даими йөрөйөм. 2021 йылда Әхмәҙин ағайҙы 95 йыллығы менән ҡотлағанда, 2026 йылда 100 йәшегеҙҙе бергә байрам итәсәкбеҙ, тип әйттем.  Ул миңә, йөҙгә тиклем етеп булмаҫ, тип әйткәйне. Әммә ошо йәшкә етергә тырышасағын белдергәйне. Ветеран вәғәҙәһен үтәне! – тине Зариф Байғусҡаров.

Фото: “Ейәнсура таңдары” гәзитенән, Зариф Байғусҡаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас