

Ошо көндәрҙә Ишембай районы Ҡанаҡай ауылынан булған Курск алышында ҡатнашҡан яугир легендар яҡташтары Әүхәҙи Батыргәрәй улы Миңлеғолов менән хушлаштылар.
Әүхәҙи Батыргәрәй улы 1924 йылдың 14 апрелендә тыуған. 1942 йылдың авгусында фронтҡа саҡырыла, станок пулемет командиры булып хеҙмәт итә. Белгородты, Иҫке Осколды, Курскты һәм башҡа ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша. 1943 йылдың 28 авгусында ҡаты яралана, 1944 йылдың майында таяҡҡа таянып, өйөнә ҡайтып инә.
Инвалидлығы уны һындырмай – һуғыштан һуң колхозда эшләй, тормош иптәше менән алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ватан һуғышы ордены һәм күп миҙалдар менән бүләкләнгән.
Ветеран тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ, ти яҡташтары.
Фото: социаль селтәрҙән.