Магистраль һәм Октябрҙең 70 йыллығы урамдары киҫелешендәге юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған водитель күп йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Тәртип һаҡлау органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, ул аңын юғалтҡан булған. Һәләкәт мәле видеокамера объективына эләккән. Әле водителдең ни өсөн ҡапыл иҫен юғалтыуы сәбәптәре асыҡлана.