Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2019, 17:13

Һеҙҙә тамғалар термопластиктанмы?

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров 1 апрелдә үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәшировҡа һәм Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына юлдағы тамғаларҙы яйға һалырға ҡушты.

Баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов әйтеүенсә, әле улар юҡҡа сығып бөткән тиерлек, ведомство иһә уларҙы термопластиктан яһарға тәҡдим итә.
– Республика юлдарында тамғалар юҡ тиергә лә мөмкин, быны барыһы ла күрә. Юлға тамға яһала – бер айҙан ул күренмәй. Беҙ республика, федераль юлдарға булһа ла термопластик тамға һалырға тәҡдим иткәйнек, әлегә беҙҙе ишетмәйҙәр. Эште башланыҡ, тик ул һүлпән бара, – тине ЮХХДИ етәксеһе.
Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов быйыл төбәк юлдарына термопластик тамға яһаласағы тураһында хәбәр итте.
Бынан тыш, Өфө ошо рәүешле тамғалау буйынса өс ҡулайлама һатып алған һәм баш ҡала юлдарына тамға термопластиктан һалына. Бүтән ҡалаларҙа эш әүәлгесә ҡала.
Читайте нас: