Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2019, 16:33

Шоумен һәм актер Украина Президенты булырмы?

Кисә украиндар президент һайланы. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, унда беренсе урында шоумен, актер, режиссер, продюсер Владимир Зеленский килә.

Кисә украиндар президент һайланы. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, унда беренсе урында шоумен, актер, режиссер, продюсер Владимир Зеленский килә.
Әлеге мәлдә Украина Үҙәк һайлау комиссияһы тауыштарҙың 66 процентын иҫәпләгән. Бөгөндән аңлашыла – икенсе тур буласаҡ. Ни өсөн тигәндә, кандидаттарҙың береһе лә “50 процент плюс 1 тауыш” сиген үтә алмаған.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Владимир Зеленский 30,41 процент тауыш йыйған. Унан ҡала ғәмәлдәге президент Петр Порошенко килә, уның өсөн һайлаусыларҙың 16,27 проценты тауыш биргән. Өсөнсө урында “Батькивщина” партияһы лидеры Юлия Тимошенко – 13,11 процент.
Һайлауҙың икенсе туры 21 апрелдә үтәсәк. Белгестәр бөгөндән үк Владимир Зеленскийҙың еңерен күҙаллай. Ул Украинаны нимәгә алып килер? Ҡарарбыҙ.
Читайте нас: