Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2019, 22:41

Бары өс аҙым...

Өфө хакимиәте мобиль ҡулайламалар һәм планшеттар өсөн юлдағы соҡорҙарҙы ямау буйынса интерактив картаның яңы версияһын ғәмәлгә индерҙе.

Өфө хакимиәте мобиль ҡулайламалар һәм планшеттар өсөн юлдағы соҡорҙарҙы ямау буйынса интерактив картаның яңы версияһын ғәмәлгә индерҙе.
Уны файҙаланғанда теркәлеүҙең, ҡайҙа икәнлегең тураһында мәғлүмәт биреүҙең кәрәге юҡ, сөнки геолокация автоматик рәүештә билдәләнә. Хәҙер проблемалы участка тураһында хәбәрҙе ебәреү өсөн өс аҙым етә: соҡорҙо фотоға төшөрөргә, урындың GPS күрһәткестәрен асыҡларға һәм уны ебәрергә.
Теләгәндәр аңлатма яҙып, заявка статусына контроль ҡуя ала – был осраҡта файҙаланыусының электрон почтаһына даими һылтанма киләсәк.
Читайте нас: