Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2019, 01:51

Күршеләребеҙ ҡунаҡҡа килә

Өфөгә Татарстандан Рөстәм Миңлеханов етәкселегендә рәсми делегация киләсәк.

Олег Яровиков фотоһы.
Олег Яровиков фотоһы.
Өфөгә Татарстандан Рөстәм Миңлеханов етәкселегендә рәсми делегация киләсәк.
Был эш сәфәре 17-18 апрелгә – Башҡортостанда Татарстан көндәрен үткәреү ваҡытына планлаштырылған. Сара республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан ойошторола.


Туғандаш төбәктәрҙең етәкселәре Өфөләге бер нисә сәнәғәт предприятиеһында, Өфө дәүләт нефть техник һәм авиация техник университеттарының технопарктарында буласаҡ.


“Татарстан – Башҡортостан” бизнес-форумы ойоштороу, уға ярашлы төрлө тармаҡтар буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәреү ҡаралған. Шулай уҡ күрше республиканың сәхнә оҫталары концерт күрһәтәсәк.
17 апрелдә Рөстәм Миңлеханов “Нур” Өфө дәүләт татар театры алдындағы майҙансыҡта Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыу тантанаһында ҡатнашасаҡ.
Татарстан көндәрендә мәҙәни-күңел асыу һәм спорт саралары: концерттар, күргәҙмәләр, “түңәрәк өҫтәл”дәр, милли көрәш, футбол, волейбол матчтар һ.б. планлаштырылған.
Читайте нас в