Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2019, 11:27

Татыулыҡ һәм именлек байрамы

“Наурыҙ” байрамы тәү тапҡыр Затон биҫтәһендәге “ЕврАзия” агропаркында үтеүе үҙенсәлекле мәғәнәгә эйә. Йыл әйләнәһенә гөрләп торған был майҙанда башлыса төрки халыҡтары сауҙа итә.

“Наурыҙ” байрамы тәү тапҡыр Затон биҫтәһендәге “ЕврАзия” агропаркында үтеүе үҙенсәлекле мәғәнәгә эйә. Йыл әйләнәһенә гөрләп торған был майҙанда башлыса төрки халыҡтары сауҙа итә.
“Наурыҙ” төрки халыҡтары араһында Яңы йыл килеүен аңлата. Ул 21 мартта көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта билдәләнә. Шуныһы әһәмиәтле: һуңғы йылдарҙа байрамға иғтибар бермә-бер артты – ЮНЕСКО Наурыҙҙы халыҡ-ара байрамдар һәм кешелектең мәҙәни мираҫы исемлегенә индерҙе. 
Майҙан гөрләп тора. Ун тирмә ҡуйылған. Һәр береһендә республикала эшләгән төрки ха­лыҡтарҙың милли-мәҙәни үҙәктәре үҙҙәренең йолаларын, мәҙәниәтен күрһәтергә тырышҡан, аш-һыуынан, ризыҡтарынан мул өҫтәл әҙер­ләгән. Бер урында ҡырғыҙҙар күңел асһа, икенсе ерҙә тажик халҡы байрам итә. “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең тирмәһе янында ла кешеләр күп. Аллаға шөкөр, халҡыбыҙҙың боронғо йолалары, кейемдәре, уйын ҡоралдары менән ҡыҙыҡһыныусылар бихисап. Берәүҙәр уларҙың сығышын тыңлай, икенселәр балаҫ һуғыу оҫтаһы булараҡ дан алған Рабиға Йәрмиеваның сағыу келәмдәрен фотоға төшөрә. Башҡорттар ҡунаҡтарҙы бауырһаҡ, ҡаҙылыҡ, ҡымыҙ менән һыйлаһа, ҡырғыҙҙар ҡыуырҙаҡтан, самсанан ауыҙ иттерҙе. Тажиктарҙың сүмәләге лә тамаша ҡылыусыларҙың күңеленә хуш килде.
Байрамға алыҫ Үзбәкстандың Ташкент ҡалаһынан “Үзбәгем” инструменталь ансамбле лә килеп еткән. Милләттәштәре табын ҡорған тирмә янында улар концерт ҡуйып, Башҡортостанда йәшәгән ҡәрҙәштәренең күңелен күрһә, бүтәндәрҙе үҙҙәренең сәнғәте менән таныштырҙы.
Тантана менән ҡотларға Дәүләт Думаһы депутаттары Зөһрә Рәх­мә­туллина, Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Өфө ҡалаһы хакимиәте баш­лығы урынбаҫары Алина Сөләй­мәнова, дин әһелдәре лә килгәйне.
– Наурыҙ күп милләтле рес­публикабыҙҙа һәм илебеҙҙә күптән дөйөм байрамға әйлән­гән. Ул яҙ килеүен хәбәр итә, тыныслыҡ, бер-береңде аңлау, күршеңә ихтирамлы мөнәсәбәт билдәһе. Барығыҙҙы ла ошо тантана менән ҡотлайым. Ғаиләләрегеҙгә, йорттарығыҙға, илебеҙгә именлек теләйем, – тине Зөһрә Йыһанур ҡыҙы.
Байрамда тәү тапҡыр былау әҙерләү буйынса республика чемпионаты үткәрелде. Һәр халыҡтың үҙ рецебы буйынса бешерелгән аҙығы барыһының да күңеленә хуш килде. Таралып торған былау номина­цияһында үзбәктәрҙеке иң тәмлеһе тип билдәләнһә, тажиктар­ҙыҡы иң боронғо өлгө буйынса бешерелеүе менән айырылып торҙо...
– Киләсәктә лә Наурыҙ байрамын ошо майҙанда үткәреүҙе йолаға индерергә тип торабыҙ, – тине агропарктың директоры Тимур Мөхәмәтйәнов. – Бөгөн 100-әр литрлы ун ҡаҙанда былау әҙерләнек. Халыҡ рәхәт­ләнеп былау менән һыйланды, теләгәндәр уны бешереү серҙәре менән ҡыҙыҡһынды.
Бөгөн республикала дингә ҡайтыусылар, намаҙға баҫыу­сылар арта. Шуға ла сауҙа нөктәләрендә хәләл ризыҡ эҙләп йөрөгәндәрҙе йыш осра­тырға мөмкин. Ошо йәһәттән байрамда ҡатнашыу­сылар тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе – “Хәләл” ит һатыу майҙансығы асылды.
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ,
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты:
– Беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ Наурыҙҙы иң яҡты һәм күңелле байрам булараҡ ҡабул иткән. Тәбиғәт, бар тереклек уянған мәлдә йөрәктә, күңелдә матур тойғолар бөрөләнә. Бөгөн был тамаша республикала йәшәгән күп милләтле халыҡтың татыулыҡта һәм бер-береһен аңлап йәшәүе хаҡында һөйләй. Башҡортостан – үҙенсәлекле төбәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, бында күп милләтле халыҡтың мәҙәниәте һәм традициялары, телдәре, диндәре, дуҫлығы бер тамсы һыуҙағы кеүек сағыла.
Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА,
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе:
– Наурыҙ – иран һәм төрки халыҡтарының ҡояш календары буйынса Яңы йылды ҡаршылауы. Ул Азияның күп илдәрендә һәм Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда үткәрелә. Был байрам – яҙ, ҡояш, йылылыҡ, тәбиғәт һәм кеше күңеленең яңырыуы. Наурыҙ күп илдәрҙә дәүләт байрамы булараҡ ҡабул ителгән.
Читайте нас: