Башҡортостан
+12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2019, 20:52

Яҙғы һынауға әҙерһеңме?

Саҡмағош районында “Оператив оҫталыҡ мәктәбе системаһы” семинары үтте. Яҙғы ташҡын хәүефенә әҙерлек мәсьәләләре лә ентекле тикшерелде.

Саҡмағош районында “Оператив оҫталыҡ мәктәбе системаһы” семинары үтте. Яҙғы ташҡын хәүефенә әҙерлек мәсьәләләре лә ентекле тикшерелде.
Район комиссияһы ағзалары ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса техника торошон ҡараны. Семинарҙың ғәмәли өлөшө Яңы Йомран ауылында дауам итте. Тап ошонда һыу кимәленә контроль үткәрелде, яҙғы ташҡынға ҡаршы саралар, тейешле ҡорамалдар, медикаменттар һәм ҡайнар аш-һыу ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.
Тәбиғәттең көтөлмәгән көйһөҙлөктәрен тулы әҙерлек менән ҡаршы алғанда яҙғы ташҡын әллә ни хәүеф тыуҙырмаҫ, ти саҡмағоштар.
Фото: Саҡмағош районы хакимиәте сайтынан
Читайте нас в