Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2019, 13:28

Йортло ла, машиналы ла булдылар

36 йәштә туғыҙ балаға әсә.

36 йәштә туғыҙ балаға әсә.
36 йәштә туғыҙ балаға әсәй булған Фаягөл үҙе лә балалары араһынан әллә ни айырылмай: һылыу, алсаҡ йөҙлө, ҡаҡса кәүҙәле көләс ҡатын был хәтлем ҙур “команда”ға нисек етәкселек итергә өлгөрәлер, тигән уй ғына баштан йүгерҙе.
Абдуллиндарҙың иң өлкән улдары Нургиз генә өйҙә булмай сыҡты, колледждан ҡайтып етмәгән. Ҡалғандарының шау-гөр килеп торған тауышынан, ары-бире йүгерешеп уйнауынан ике ҡатлы йорт геү килә. Күңелле!
Айгиз дә үҙенән бер йәшкә өлкән ағаһы Нургиз менән тау колледжында белем ала. Илсаф IX класты тамамлау менән монтажсы, газ менән иретеп йәбеш­тереүсе һөнәрҙәрен үҙләштерергә хыяллана. Илсинә, Гөлзәмиә, Гөл­минә әлегә Ермолаевканың 1-се мәктәбендә уҡый, Илвина һәм Илвир “Батыр” балалар баҡ­саһына йөрөй. Ә иң бәләкәстәре Илина әлегә әсәһе менән өйҙә.
– Ишле ғаиләлә донъя кө­төү­ҙең ҡыйынлығы юҡ. Иң мөһиме, барыһы ла һау-сәләмәт, – ти йорт хужабикәһе. – Малайҙар тышта “дежур”, мал-ҡура тирәһен ҡараштыра, быйыл ҡар күп булғас, алмашлап ҡар көрәнеләр, мал-тыуарҙы тәрбиәләнеләр.
Ә ҡыҙҙарға эш өй эсендә лә етерлек. Йәйен баҡса үҫтерәбеҙ, умарталарҙы тәрбиәләйбеҙ, йыл да ҡаҙ бәпкәләре алабыҙ.
Фаягөлдөң тормош иптәше Илгиз вахта ысулы менән Санкт-Петербург ҡалаһында монтажсы булып эшләй.
– Ҡайтҡас та уға тынғы юҡ, – ти ҡатыны, – бер туған ҡус­тыһы менән бергәләп бура бурау менән шөғөлләнәләр. Таҡта ярыу яйланмаһы алам, тип ныҡыша. Ул егәрле булмаһа, был тиклем баланы ҡурсаҡтай кейендереп, ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп булыр инеме ни.
Хөкүмәткә лә күп балалы ғаиләләргә хәстәрле мөнәсәбәттәре өсөн ҙур рәхмәт. Ошо ике ҡатлы йортобоҙҙо нәҡ торлаҡҡа бирелгән ике миллион 300 мең һум субсидия иҫәбенә һатып алдыҡ. Өҫтәүенә автомобиль алыу өсөн 600 мең һум күләмендә аҡса бирҙеләр.
Фаягөл автомобиль йөрөтөргә лә өйрәнгән, ғаиләгә аҙыҡ-түлекте күмәртәләп һатып алырға тура килә, әсә өсөн машина – хужа­лыҡта иң ҙур ярҙамсы. Кескәй­ҙәр­ҙең ҡайһыһын – балалар баҡсаһына, кемеһендер мәктәпкә ил­тергә, алып ҡайтырға кәрәк, бөт­кәнме ни оло ғаиләнең көн­дәлек эреле-ваҡлы мәшәҡәттәре...
Илсаф балаларса бер ҡат­лылыҡ, әсәһе өсөн ғорурлыҡ тойғоһо менән Фаягөл Абдул­линаға 2008 йылда Башҡортостан Президенты Указы менән тапшырылған “Әсәлек даны” миҙалын барыбыҙға килтереп күрһәтте. Улдарҙың яратҡан, хәстәрлекле әсәләре өсөн ҡыуаныс кисереүе яҡшы күренеш. Аталы-әсәле Абдуллиндарға ла, киләсәктә олатай-өләсәй булып, балаларының аяҡҡа баҫып, үҙҙәренә игелек күрһәтеүенә шатланып, ҡыҙ һәм улдары өсөн ғорурланып йәшәргә яҙһын.
Читайте нас: