Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2019, 12:47

Һанлы ысул уңайлы

Былтыр “Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 338-се федераль закон ҡабул ителгәйне. Ул Рәсәйҙең нотариат тураһындағы закондар нигеҙенә һәм “Күсемһеҙ милекте дәүләт теркәүе тураһында”ғы федераль законға үҙгәрештәр индерҙе. Был хаҡта “Росреестр”ҙың төбәк етәксеһе Петр Клец, Башҡортостандың Нотариаль палатаһы президенты Роза Евстафьева тулыраҡ аңлатма бирҙе.

Былтыр “Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 338-се федераль закон ҡабул ителгәйне. Ул Рәсәйҙең нотариат тураһындағы закондар нигеҙенә һәм “Күсемһеҙ милекте дәүләт теркәүе тураһында”ғы федераль законға үҙгәрештәр индерҙе. Был хаҡта “Росреестр”ҙың төбәк етәксеһе Петр Клец, Башҡортостандың Нотариаль палатаһы президенты Роза Евстафьева тулыраҡ аңлатма бирҙе.
Хәҙер нотариус хоҡуҡты дәүләт теркәүе тураһындағы ғаризаларҙы, милеккә хоҡуҡты билдәләү, мотлаҡ дәүләт теркәүе үтергә тейешле килешеүҙәрҙе нотариаль нығытыу документтарын “Росреестр”ға электрон хәлдә тапшырырға тейеш.
Әлбиттә, дәүләт хеҙмәттәрен һанлы форматҡа күсереү осоронда был законды ҡабул итеү бик урынлы булды.
Әлеге мәлдә республика нотариустары “Росреестр”ҙың электрон хеҙмәттәренән әүҙем файҙалана. Былтыр улар Башҡортостан буйынса идаралыҡҡа хоҡуҡты дәүләт теркәүе тураһында 9203 ғариза тапшырған, шуның 8 655-е – электрон, ә ҡалған 548-е ҡағыҙ вариантта булған. Шулай уҡ хоҡуҡты сикләү, өҫтәмә бурыс йөкмәтеү, нотариаль раҫланған документтар нигеҙендә килешеүҙәр һәм башҡа осраҡтар буйынса 160 865 документ теркәлгән.
Закондағы яңы үҙгәрештәр иһә хәҙер нотариустан хоҡуҡты дәүләт теркәүе тураһындағы ғаризаларҙы һәм башҡа документтарҙы “Росреестр”ға электрон төрҙә тапшырыуҙы талап итә. Анығыраҡ әйткәндә:
lдәүләт теркәүе үтергә тейешле күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ алыу тура­һындағы килешеүҙе ҡәнәғәт­ләндер­гәндән һуң;
lзакон һәм васыятнамә буйынса мираҫҡа хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ биргәндән һуң;
lир менән ҡатындың уртаҡ милектән өлөшкә хоҡуғы тураһында таныҡлыҡ биргәндән һуң.
Нотариуста мотлаҡ раҫланырға тейешле килешеүҙәрҙең исемлеге лә билдәләнгән:
lопека шарттарында күсемһеҙ милек менән эш итеүгә бәйле килешеүҙәр;
lбәлиғ булмаған баланың күсем­һеҙ милеген кемдеңдер файҙаһына алыу буйынса килешеүҙәр;
lмөмкинлектәре сикләнгән кеше­нең күсемһеҙ милеген кемдең­дер файҙаһына алыу буйынса киле­шеүҙәр;
lбәлиғ булмаған балаларҙың ипотека килешеүҙәренә бәйле эштәр.
Нотариусҡа бәйле булмаған сәбәптәр килеп сыҡҡанда, “Росреестр”ҙа документтарҙы электрон теркәү мөмкинлеге булмауы ла ихтимал. Шулай уҡ ике яҡ ҡаршы булған осраҡта ла ошо юл менән теркәү тыйыла. Бындай осраҡтарҙа документтарҙың ҡағыҙ төрөн ике эш көнөнән дә һуңға ҡалдырмайынса тапшырырға тейештәр. Теркәү ваҡыты ике яҡтың килешеүе нигеҙендә күрһәтелһә, ошо мәлдән ике көндән дә һуңға ҡалмаҫҡа тейеш.
Нотариус хоҡуҡты дәүләт теркәүе тураһындағы ғаризаны “Росреестр”ға тапшырған осраҡта, хоҡуҡи һәм техник хеҙмәт өсөн түләү алынмай. Бындай осраҡта электрон төрҙә тапшырылған документтар бер көндә ҡарала. Нотариус документтарҙы Күп функциялы үҙәк аша тапшырһа, дәүләт теркәүе өсөн биш көн бирелә.
Читайте нас: