Башҡортостан халҡы, власть вәкилдәре эскеселәргә, суррогат шыйыҡса һатыусыларға ҡаршы ныҡлы көрәш башланы. Хәҙер һәр ауылда тиерлек сходтар үтә, унда тап ошо проблема күтәрелә.
Март аҙағында Ишембай районының Маҡар халҡы ла йыйылыш ойошторҙо. Унда район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов та ҡатнашты. Кешеләр сходҡа дәррәү йыйылды. Ауылдың хөрмәтле ағинәйе Мәрйәм Солтанованың сығышы берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр. “Теләһә ниндәй нәмәләр эсеп, ауылдың күпме егәрле, матур итеп донъя көткән кешеләре әрәм булды. Был хәлгә артабан юл ҡуйырға ярамай. Эскелеккә ҡаршы бергәләп көрәшәйек”, – тине ул. Мәрйәм Солтанова хатта ауылдаштары алдында ағыу һатҡан кешеләр исемлеген дә уҡып ишеттерҙе.
Ишембай ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов халыҡты мәсьәлә тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшергә саҡырҙы.
– Спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һатыу проблемаһы республика етәксеһенең даими контролендә. Урындарҙа беҙ был эште көсәйтәбеҙ. Суррогат һатҡандарҙы асыҡлауҙа, уларға ҡаршы көрәшеүҙә ярҙам һорайым. Әгәр бөгөнгө һөйләшеүҙән һуң да кешеләрҙе ағыулауын дауам итәләр икән – ҡаты саралар күреләсәк. Штрафтар, бәлки 15 тәүлеккә ябыу һәм башҡалар, – тине ул.
Әйткәндәй, был сходтың барышын видеоға төшөрөп, яҡташтары республика етәксеһе Радий Хәбировҡа ебәргән.
“Кеше үҙе аңлап, аҫтан һатыусыларға “юҡ!” тип әйтмәйенсә, беҙҙең көрәштән бер ни ҙә сыҡмаясаҡ. Минеңсә, халыҡ был саҡырыуҙы көтөп кенә торған. Әле бөтөн республика буйлап граждандарҙың сходтары бара, унда сығыш яһаусылар власть вәкилдәренә үлем менән һатыу иткәндәрҙең адресын бирә һәм ауылдарын был ағыуҙан тиҙ арала таҙартыуҙы талап итә. Сход үткәргәндәрҙең барыһына ла вәғәҙә бирәм: уларҙы власть ишеткәнме-юҡмы икәнен шәхсән үҙем контролдә тотасаҡмын”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.