Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2019, 12:17

Өмөт тә ҙур, һорауҙар ҙа етерлек

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар буйынса реформа нисек бара?

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар буйынса реформа нисек бара?
Ошо көндәрҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһы Рәйесе Д.А.Медведевтың Өфөләге Төбәк йәмәғәтселек ҡабул итеү бүлмәһендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса яңы системаға күсеүгә арналған “түңәрәк өҫтәл” үткәрелеүе тураһында гәзитебеҙ хәбәр иткәйне инде. Уны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Төбәк ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Эльвира Айытҡолова алып барҙы.
– Беҙҙең ил өсөн был бөтөнләй яңы күренеш булып тора, шуға күрә теләһә ниндәй күсеү осорона хас булған һорауҙар күп әле, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы. – Ошоно иҫәптә тотоп, бөгөнгө “түңәрәк өҫтәл”гә уларға дөрөҫ яуап бирә алырлыҡ кешеләрҙе саҡырҙыҡ.
– Ҡануниәткә килгәндә, был мәсьәлә буйынса барлыҡ хоҡуҡи акттар ҡабул ителгән һәм улар буйынса бер һорау ҙа юҡ, – тине Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев. – Быйыл ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй экологик операторы булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Хәҙер беҙҙең алда, аңлашылыуынса, аныҡ бурыстарҙы тормошҡа ашырыу бурысы тора.
Ҡалдыҡтарҙы йыйған һәм ташыған операторға бының өсөн түләү, шулай уҡ ҡалдыҡ күләменең нормаһы төрлө төбәктәрҙә төрлөсә, һәм улар бер-береһенән ныҡ ҡына айырыла. Ҡайҙалыр түләү хаҡын һәр кешенән 45 һум тип иҫәпләһәләр, Чукотка округында был күрһәткес 700 һум тәшкил итә. Күләм буйынса талап та бер кубометрҙан өскә хәтлем һәм хатта унан да күберәк тирәһендә тирбәлә икән. Башҡортостанда, белеүебеҙсә, ошо күрһәткес уртаса кимәлдә ҡуйыл­ған: күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн – 70-әр, элек сүп-сар йыйыу ойошторолмаған ауылдарҙағы халыҡ өсөн 35-әр һум.
Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов билдәләүенсә, яңы системаға күсеүҙә иң ауыры – шәхси йорттарҙан торған урамдарҙа тәртип булдырыу. Күп кенә ауыл һәм ҡасабаларҙа, шулай уҡ ҡалаларҙың шәхси йорттарҙан торған өлөштәрендә контейнер ҡуйыу өсөн майҙансыҡ та аныҡ билдәле түгел. Тәбиғи, бер кем дә үҙ йорто эргәһендә сүп-сар йыйыуҙарын теләмәй, әммә шуныһы ғәжәп: контейнер алыҫҡа ҡуйылһа ла, был кешеләрҙә ризаһыҙ­лыҡ тыуҙыра. Шуға ла, депутат раҫлауынса, бындай контейнерҙар гел “күсеп йөрөй”. Ҡалаларҙағы күп ҡатлы йорттар ихаталарында ла ҡайһы берҙә сүпте күрше йорт янындағы контей­нерға ташыу дауам итә, сөнки үҙҙә­рендә юҡ. Ә бит был әлеге йортто хеҙмәтләндереүселәргә ауырлыҡ тыуҙыра һәм, ғөмүмән, дөрөҫ тә түгел.
– Быға саҡлы ҡалдыҡтар йыйыу планлы рәүештә бармаған ауылдарҙа тарифтың 35 һум итеп билдәләнеүе – ваҡытлыса күренеш, – ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе Әлфәрис Байсурин.
Рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән сүп­лектәр республика буйынса ике меңдән артып китә икән, улар 200-ҙән ашыу гектар майҙанды биләй.
— Шуныһы ла проблема булып тора: ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйған төбәк операторҙарының торлаҡ йорттарҙа йәшәүселәр һәм милек хужалары тураһында мәғлүмәте юҡ, булғаны ла йыш ҡына дөрөҫлөккә тап килмәй, һөҙөмтәлә халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуа, – ти Әлфәрис Сәлихйән улы.
Төбәк операторҙары сүп өсөн контейнерҙарҙың етмәүенә һәм улар өсөн майҙансыҡтарҙың йыһазланды­рылмауына зарлана. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов һөйләүенсә, Башҡортостанда 14 мең майҙансыҡ булдырылған, уларҙа 25 мең контейнер ҡуйылған. Әммә был ғына етмәй, тағы ла шул сама контейнер һатып алыу талап ителә. Ләкин уларҙы кем һәм ниндәй ҡаҙна аша һатып алырға тейеш – был мәсьәлә асыҡ килеш ҡала. Әйткәндәй, ҡаҙна ойошмаларының күпселеге ошо яңы системаға күсергә әҙер булмай сыҡҡан: “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, улар ҡалдыҡтар йыйыу һәм тейәп оҙатыу буйынса иҫәп алып барырға тейеш, ләкин был талап үтәлмәй.
– Һалынған торлаҡ йорттарҙың 70 проценты шәхси төҙөлөшкә ҡарай, был хәлде мотлаҡ иҫәпкә алырға кәрәк, – ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты рәйесе Николай Хорошилов. – Ни өсөн тиһәң, тап ошондай биҫтәләрҙә сүп-сар йыйыуҙы ойоштороуы ҡыйын. Ҡайһы бер йорттар төҙөлөп бөтмәгән, ә бәғзеләрендә йәшәйҙәр, тимәк, ҡалдыҡтар йыйыла ла башлай, әммә идарасы компаниялар бындай урында эшләүҙән баш тарта.
Павел Качкаев бөтә проблемалар тураһындағы мәғлүмәттең йыйылып барыуы һәм ҡануни башланғыстар өсөн ҡулланыласағы тураһында белдерҙе, ә Эльвира Айытҡолова төбәк операторҙарына граждандарҙы ҡабул итеү өсөн “Берҙәм Рәсәй” майҙансығын файҙаланырға тәҡдим итте.
Читайте нас: