Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2019, 18:26

“НефАЗ” сәләмәт тормош яҡлы

Нефтекама ҡалаһының “НефАЗ” йәмғиәте “Юғары социаль һөҙөмтәгә эйә Рәсәй ойошмаһы” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеү яуланы һәм Башҡортостандың Социаль яуаплы эш биреүселәре реестрына инде.

Нефтекама ҡалаһының “НефАЗ” йәмғиәте “Юғары социаль һөҙөмтәгә эйә Рәсәй ойошмаһы” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеү яуланы һәм Башҡортостандың Социаль яуаплы эш биреүселәре реестрына инде.
Рәсәй кимәлендәге конкурстың төбәк этабының ойоштороусыһы – республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Быйыл унда 16 йүнәлеш буйынса 32 ойошманан 49 ғариза ҡабул ителгән. “НефАЗ” бер юлы ике номинацияла – “Етештереү тармағындағы ойошмаларҙа сәләмәт йәшәү рәүеше булдырған өсөн” һәм “Социаль партнерлыҡ үҫеше өсөн” – алдынғы урындар менән билдәләнде.
Социаль яуаплы эш биреүселәр реестрына ингән предприятиеларға һәр төрлө дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҡаралған.