Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2019, 19:00

Тоталь диктант яҙаһыңмы?

3 апрелдә Тоталь диктант халыҡ-ара акцияһы майҙансығында теркәлеү башланды. Башҡортостан халҡы 12 биләмәлә диктант яҙыу мөмкинлегенә эйә.

3 апрелдә Тоталь диктант халыҡ-ара акцияһы майҙансығында теркәлеү башланды. Башҡортостан халҡы 12 биләмәлә диктант яҙыу мөмкинлегенә эйә. Өфөлә төп майҙансыҡтарҙың береһе – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йорто.
– Акция 13 апрелдә бөтә донъя буйынса үткәрелә. Өфөлә генә 28 майҙансыҡ эшләйәсәк, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев.
Быйыл сара планеталағы алты ҡитғаның барыһында ла ойошторола. Фараздарға ҡарағанда, унда 250 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Тоталь диктант тексының авторы – яҙыусы һәм әҙәбиәт белгесе Павел Басинский. Ул диктантты Таллинда уҡыясаҡ. Донъяла диктант яҙыу буйынса 3 100-ҙән ашыу майҙансыҡ ойошторола, Рәсәйҙә уны 772 биләмәлә яҙасаҡтар. Шул уҡ ваҡытта 90 ауыл, ҡала акцияла беренсе тапҡыр ҡатнаша.
7 апрелдә диктантҡа арналған Владивостоктан Таллинға тиклемге автоуҙыш тамамлана. 25 мартта ул Өфө аша үтте.
Әйткәндәй, 11 апрелгә тиклем Үҙәк ҡала китапханаһында (Өфө ҡалаһы, Комсомол урамы, 138) диктантҡа әҙерләнеү буйынса түләүһеҙ курс үткәрелә. Проекттың сайтында ла онлайн-дәрестәр уҙғарыла.
Читайте нас: