Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2019, 15:27

Фоторәсем өсөн бүләк бирәсәктәр

25 марттан 11 майғаса Өфөлә биләмәләрҙе санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса айлыҡ бара. Дөйөм ҡала өмәләре 6, 13 и 27 апрелгә тәғәйенләнгән.
Баш ҡала хакимиәте “Таҙа Өфө” акцияһын иғлан итте. Уның талабы – берәй дөйөм ҡала өмәһендә ҡатнашып, унда фотоға төшөргә һәм Instagram социаль селтәрендә #ТаҙаӨФӨ2019 хэштегы аҫтында урынлаштырырға.
Өс өмәнең һәр береһенән һуң “лайыҡ”тар ярҙамында ете еңеүсе билдәләнәсәк. Уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Читайте нас