Йәмғиәт
3 Апреля 2019, 20:25

Туҡһанда ла тура баҫып...

Туҡһан йәшен билдәләгән Баймаҡ ҡалаһы уҙаманы Ишбулды Хәсәнов йәштәрҙән һис тә ҡалышмай: рәхәтләнеп гәзит-журнал уҡый, телевизорҙан да яңылыҡтар менән таныша бара, халыҡ йырҙарын башҡара.

Юбилярҙың улы Нәжип Хәсәновтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.Юбилярҙың улы Нәжип Хәсәновтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.
Юбилярҙың улы Нәжип Хәсәновтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.
Туҡһан йәшен билдәләгән Баймаҡ ҡалаһы уҙаманы Ишбулды Хәсәнов йәштәрҙән һис тә ҡалышмай: рәхәтләнеп гәзит-журнал уҡый, телевизорҙан да яңылыҡтар менән таныша бара, халыҡ йырҙарын башҡара.


Сығышы менән Таулыҡай ауылынан булған олатай ғүмеренең ҡап яртыһын – 45 йылын – көтөүсе эшенә арнай. Фиҙакәр хеҙмәтен әллә күпме маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары, социалистик хеҙмәт ярышы дипломдары, төрлө миҙалдар раҫлап тора.
Олатай ҡатыны Мәйсәрә инәй менән баһадирҙай дүрт ул үҫтергән. Бөгөн улар икеһе лә – хөрмәтле хеҙмәт ветерандары, бәхетле олатай һәм өләсәй.
Ишбулды Хәсәновты туҡһан йәше менән ҡотлап, Баймаҡ районы һәм ҡалаһының ветерандар ойошмаһы рәйесе Роза Мараканова уға ил Президенты Владимир Путиндың ҡотлау открыткаһын тапшырҙы.
Әйткәндәй, Баймаҡ районында быйыл 53 ветеран 90 йәшен билдәләйәсәк.
Читайте нас