Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2019, 00:55

Верхотор халҡын ниҙәр борсой?

Алда хәбәр итеүебеҙсә, Ишембай районында эскелеккә, алкоголде законһыҙ һатҡандарға ҡаршы көрәшкә дәррәү ҡушылдылар. Бөгөн кис ундағы Верхотор ауылында ла халыҡ сходҡа йыйылды.

Ольга Вәлитова фотоһы.
Ольга Вәлитова фотоһы.
Алда хәбәр итеүебеҙсә, Ишембай районында эскелеккә, алкоголде законһыҙ һатҡандарға ҡаршы көрәшкә дәррәү ҡушылдылар. Бөгөн кис ундағы Верхотор ауылында ла халыҡ сходҡа йыйылды.


Сарала алтмыштан ашыу кеше ҡатнашты. Уны Ишембай районы һәм ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов алып барҙы.


Етәксе тәүҙә граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте. Артабан ауылды төҙөкләндереү, суррогат алкоголь менән сауҙа итеү проблемалары ҡаралды. Быларҙың барыһы ла халыҡты бик борсой. Улар ошондай кешеләргә ҡарата аныҡ саралар күреү талап ителә.


Осрашыуҙа шулай уҡ сүп-сар сығарыу, күперҙе ремотлау, электр үткәреү, урындағы мәктәпте йүнәтеү кеүек мәсьәләләр ҙә күтәрелде.


“Йәнә – янғын хәүефһеҙлеге проблемаһы. Был йәһәттән ут сығыуҙы иҫкәрткән ҡорамалдар ҡуйыу һөҙөмтәлелеген раҫланы. Уларҙы ишле, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған, яңы балалары тыуған, өлкән йәштәге яңғыҙ кешеләргә бушлай ҡуйырға ҡуштылар. Беҙ шундайҙарҙы барлап, исемлек төҙөнөк: 6282 кеше булды. Яҡын арала ошо эштең осона сығасаҡбыҙ”, – тине Азамат Абдрахманов.
Читайте нас: