Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2019, 14:00

Алкоголь һаталармы? Башлыҡҡа хәбәр ит!

Борай районы хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов яҡташтарына мөрәжәғәт итеп, законһыҙ алкоголь менән сауҙа итеүселәр тураһында WhatsApp аша хәбәр итергә саҡырҙы.

Борай районы хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов яҡташтарына мөрәжәғәт итеп, законһыҙ алкоголь менән сауҙа итеүселәр тураһында WhatsApp аша хәбәр итергә саҡырҙы.
“Закон боҙоусылар тураһында миңә шәхсән хәбәр итеүегеҙҙе һорайым. 8 (34756) 2-17-34 номерына шылтыратығыҙ. Әгәр теләһәгеҙ, анонимлыҡ вәғәҙә итә алабыҙ. WhatsApp-та 8-909-349-00-47 номерына смс хәбәр юлларға ла була (шәхси номер хәбәрҙәр өсөн генә)”, – тип яҙҙы ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә.
Бынан тыш, Борай районында март-апрель айҙарында үткән граждандар сходы һөҙөмтәләре буйынса “ҡыҙыу линия” эшләй башланы
– (34756) 2-10-21. Бында һәр теләгән кеше шылтыратып, суррогат алкоголь һатыусылар тураһында хәбәр итә ала.
– Әлеге мәлдә райондың 84 ауылында 93 йыйылыш үткәрелде, уларҙың унауһы – Борайҙа. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 5 мең самаһы кеше ҡатнашты, – тине Борай районы Советы секретары Ғемир Нуретдинов. – Халыҡ сходҡа килеп, власть менән аралашҡыһы килә, уға ышана һәм үҙгәрештәр көтә. Шуға күрә был проблеманы бөтөрөү өсөн беҙ мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейеш.
Читайте нас: