8 апрель – Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө.
Бал ҡорттары нисек тырышып умартаға бал ташыһа, гүзәл заттарыбыҙ ҙа шуның шикелле йорттарында усаҡ йылыһын һаҡлауҙы үҙҙәренә маҡсат итеп ҡуйған. Уларҙың һәр береһе ныҡышмал, сәмсел һәм бөтмөр. Шул уҡ ваҡытта дәүләт эштәренә лә өлгөрә. Шундай уңғандарҙың береһе – Алина Семенова менән таныштыҡ.
– Иртән уянғас та һәр таңдың атыуына ҡыуанысым сикһеҙ, тормоштоң матурлығы алға әйҙәй, – тип башланы һүҙен Өфө ҡалаһы Октябрь һәм Совет райондарының хәрби комиссариаты белгесе Алина Фәнзил ҡыҙы. – Шатлығым тағы ла шуның менән бәйле – яратҡан эшем бар, тиккә генә йортона ашҡынып ҡайтҡан, эшенә теләп барған кешене бәхетлегә тиңләмәйҙәр. Әгәр ҙә улай түгел икән, бында бер көн дә түҙмәгән булыр инем. Ҡағыҙҙар менән эш итеүе һис кенә лә ялҡытмай, киреһенсә, ҡыҙыҡһыныуым артҡандан-арта.
Төрлө ҡағыҙҙарға күмелеп ултырған һылыуҡайҙың эше нимәнән ғибәрәт? Ил алдындағы изге бурысты үтәп ҡайтҡан егеттәрҙе иҫәпкә ҡуйыу – уның төп бурысы. Рәсми телдә иһә запасҡа ҡайтарылған граждандарҙы теркәү тип атала. Минең аңлауымса, исем-шәрифен, йәшәгән ерен һәм эш урынын яҙҙың да шуның менән вәссәләм. Баҡтиһәң, ул уға ҡарағанда ла “тәрәнерәк” икән. Әйтәйек, кемдер хеҙмәт урынын алмаштырҙы ти, уның тураһында мәғлүмәтте шунда уҡ үҙгәртеү фарыз.
Алина Семенова билдәләүенсә, бында һәр саҡ теүәллек кәрәк, иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан тип йәшәү йәки бөгөнгө бурысты киләһе көндәргә ҡалдырыу тигән принцип төптө хата. Өҫтәүенә документтағы имза һәм мисәт кеүек мөһим әйберҙәргә иң беренсе иғтибар итергә тейешһең.
– Ғаиләмдән дә уңдым – быныһы инде тормошомда иң мөһиме, – тип дауам итә һүҙен Алина Фәнзил ҡыҙы. – Александр Александрович менән, ул минең ирем, ике балаға ғүмер бирҙек. 11 йәшлек Эвелина ҡыҙым – әхирәтем дә, серҙәшем дә, ярҙамсым да. Дүрт йәшлек Александр улыбыҙ балалар баҡсаһына йөрөй, бынан тыш, ир-егеттәргә хас һаналған бокс, көрәш кеүек спорт секцияларын ҡалдырмай. Атаһы әйтмешләй, ысын ир-егет һәм ил һаҡсыһы әҙерләйбеҙ. Әлбиттә, төрлө хәйләле юлдар аша әрменән ҡасып йөрөгән үҫмерҙәрҙе аңламайым да, ихтирамым да юҡ.
Алина Фәнзил ҡыҙы – Өфө ҡыҙы. Баш ҡаланың 17-се мәктәбендә уҡыған, унан инде Эске эштәр министрлығының Өфө юғары мәктәбен (хәҙер – институт) тамамлағандан һуң тура хәрби комиссариатҡа эшкә килгән. Әйткәндәй, уның атаһы ла – хәрби кеше.
Уның кабинетынан сығып баҫҡыс буйлап беренсе ҡатҡа төшөп барғанда Рима Ғәҙелшинаны осраттыҡ. Ул да коллегаһы тураһында бер нисә һүҙ әйтеүҙе урынлы һананы. Рима Рәйес ҡыҙы белдереүенсә, етәкселек Алинаны эшкә алып ныҡ отҡан, уның шикелле грамоталы йәнә бер-ике белгес булғанда тау аҡтарырға мөмкин.