Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2019, 15:00

Кемдәргә айырыуса әҙер булырға кәрәк?

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән быйыл яҙғы ташҡын мәлендә һыу баҫыу хәүефе янаған ауыл һәм ҡалалар исемлеге раҫланды. Был мәғлүмәткә таянып, урындағы үҙидара органдары саралар комплексы әҙерләй.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән быйыл яҙғы ташҡын мәлендә һыу баҫыу хәүефе янаған ауыл һәм ҡалалар исемлеге раҫланды. Был мәғлүмәткә таянып, урындағы үҙидара органдары саралар комплексы әҙерләй.
Әйткәндәй, белгестәр фекеренсә, быйыл Ағиҙел йылғаһының туғыҙ метрға тиклем күтәрелеүе ихтимал.
Түбәндә иһә ҡар һыуы зыян килтереүе ихтимал булған ауыл һәм ҡалалар исемлеге килтерелә. Шулай уҡ нисә йорт һәм кешенең һыу аҫтында ҡалыу ихтималлығы ла күҙаллана. Һеҙҙең иғтибарға уларҙың иң ҙурҙарын баҫабыҙ.
Мәләүез районы. Ағиҙел йылғаһы. Һыртлан, Иштуған, Аҡназар, Һарыш, Аптраҡ, Ташлыкүл, Ҡотош, Айтуған, Бәләкәй Моҡас, Иҫке Муса, Нурдәүләт, Береговка, Һабаш, Йомаҡ, Үрге Юлдаш, Яҡтыкүл, Ивановка, Хәсән, Түләк, Смаҡ, Бәләкәй Шәрип, Петропавловка, Сухаревка, Варварино, Васильевка, Ергән, Александровка ауылдары, Красногорка утары һәм Мәләүез ҡалаһы. Хәүеф аҫтында – 36745 кеше һәм 4863 йорт.
Ғафури районы. Ағиҙел йылғаһы. Героевка, Әхмәт, Кузьма-Александровка, Краснодубровск, Яңы Ҡарамыш, Ҡарлы, Юрмаш, Тайыш, Ибраһим, Баҡраҡ, Урта Үтәш, Байөмбәт, Дмитриевка, Татар Һаҫыҡкүле, Софья, Яңы Троевка, Ҡыҙыл Октябрь, Победа, Луговая, Табын, Ҡормантау, Антоновка, Мораҡ, Инйылға, Юлыҡ ауылдары. 5941 кеше һәм 2097 йорт хәүеф аҫтында.
Алдашлы йылғаһы. Сәйетбаба ауылы. 1685 кеше һәм 536 йорт.
Мәндем йылғаһы. Мораҙ, Ҡаранйылға, Туғай, Ҡарағай ауылдары. 1920 кеше һәм 1261 йорт.
Еҙем йылғаһы. Имәндәш, Ҡыҙыл Яр, Һабай ауылдары. 927 кеше һәм 457 йорт.
Ҡауарҙы йылғаһы. Яңы Ҡауарҙы ауылы. 14 кеше, 11 йорт.
Нуриман районы. Ҡариҙел йылғаһы. Яманйылға тамағы, Салдыбаштамаҡ, Кировка, Үрге Кировский, Иҫке Бәҙәй, Яңы Бәҙәй, Үкәрле, Сандар, Ҡыҙылъяр һәм Ҡыҙыл Шишмә ауылдары. 7788 кеше һәм 2959 йорт.
Өфө ҡалаһы. Ағиҙел йылғаһы. 5249 кеше һәм 1212 йорт.
Бөрйән районы. Ағиҙел йылғаһы. Байназар, Ҡурғашлы, Нәби, Иҫке Монасип, Тимер, Ишдәүләт, Әбделмәмбәт, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Ғәлиәкбәр, Мораҙым һәм Иҫке Собханғол ауылдары. 3416 кеше һәм 1216 йорт.
Нефтекама ҡалаһы. Буй йылғаһы. Әмзә ауылы. 3353 кеше һәм 638 йорт.
Дүртөйлө районы. Ағиҙел йылғаһы. Дүртөйлө ҡалаһы, Көшөл, Әңгәсәк, Иҫке Байыш, Иҫке Уртай, Миңеште, Әкәнәй, Иҫке Яндыҙ, Иванай, Йосоп, Ҡаҙаҡлар, Байгилде, Венеция, Елгәргестәр ауылы, Ҡаҙы-Йәлдәк, Етембәк ауылдары. 1790 кеше һәм 739 йорт.
Краснокама районы. Ағиҙел йылғаһы. Иҫке Ҡайынлыҡ, Яңғыҙнарат, Бурныш, Ҡырғыҙ, Яңы Татыш, Иҫе Йәнйегет һәм Иҫке Мошто ауылдары. 1752 кеше һәм 804 йорт.
Был исемлек бик оҙон. Шулай уҡ Әлшәй, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Балтас, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовещен, Борай, Йәрмәкәй, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Стәрлебаш, Өфө, Хәйбулла, Саҡмағош райондары, Салауат, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларында йәшәгәндәргә лә уяу булырға кәңәш итәбеҙ.