Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2019, 14:04

Ер ҙә, күңелдәр ҙә яңы һулыш ала

Республика буйынса ойошторолған быйылғы тәүге дөйөм экологик өмәгә Ейәнсура халҡы ла дәррәү ҡушылды.

Фото Ейәнсура районы хакимиәте сайтынан.
Фото Ейәнсура районы хакимиәте сайтынан.
Республика буйынса ойошторолған быйылғы тәүге дөйөм экологик өмәгә Ейәнсура халҡы ла дәррәү ҡушылды.
Райондың һәр ауыл биләмәһендә әүҙем бара эш. Төрлө ойошма-учреждение хеҙмәткәрҙәре, юғары класс уҡыусылары ла өмәгә күпләп сыҡҡан. Барыһы ла сарала теләп ҡатнаша, кәйефтәре күтәренке.


– Көндөң аяҙ тороуы айырыуса һәйбәт, – ти өмәселәр. – Кемдер ҡороған ағас ботаҡтарын йыйһа, икенселәре ерҙе серегән япраҡтан таҙарта, бәғзеләр иремәй ятҡан ҡаты ҡарҙы тарата. Бер-берең менән аралашып, шаярып, мәрәкәләшеп йөрөгәс, эш ғәжәп тиҙ ырай. Тирә-яҡтың матурланып ҡалыуы күңелдәргә яңы һулыш, дәрт өҫтәй.
Әйткәндәй, районда экологик өмә киләһе шәмбелә лә дауам итәсәк.
Читайте нас: