Башҡортостан
-8 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
6 Апрель 2019, 22:01
Кәйеф көр икән – эш ырай
Йәмғиәттә өмәнең әһәмиәте һәр заманда ла ҙур булған. Был сара халыҡтың берҙәмлеген, йәшәгән еренә, тирә-йүндең таҙалығына, матурлыҡҡа битараф булмауын асыҡ күрһәтә.
Бөрйән районы хакимиәте башлығы Р.Д. Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Йәмғиәттә өмәнең әһәмиәте һәр заманда ла ҙур булған. Был сара халыҡтың берҙәмлеген, йәшәгән еренә, тирә-йүндең таҙалығына, матурлыҡҡа битараф булмауын асыҡ күрһәтә.
Бөгөн үткәрелгән дөйөм экологик өмәгә Бөрйән халҡы ла, республика етәксеһе Радий Хәбиров теләгәнсә, көр кәйеф менән сыҡты. Ә күңел күтәренке икән, эш тә ырай. Район үҙәгендә лә, ауыл биләмәләрендә лә өмә дәррәү үтте. Ташҡын алдынан айырыуса яр буйҙарын ныҡлы таҙартыуға иғтибар бүленде, ағастар араһында һаман да иремәй ятҡан туң ҡар киҫәктәре ҡырҡып таратылды, ботаҡтар йыйылды.
“Районда тәүге өмәләр гөрләп үтте, – тип яҙҙы хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙә. – Тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу, биләмәләрҙе тәртипкә килтереү ниәтендә сарала ихлас ҡатнашҡан барлыҡ коллективтарға, ауыл биләмәләренә рәхмәт белдерәм. Район халҡы үҙ ихаталарын, йорт-ҡура тирәһен дә шулай дәррәү тәртипкә килтерер тип ышанам”.
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.