Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2019, 13:15

Өмәнең ҡыҙған сағы

Өфө гөрләй бөгөн: уның бар райондарында ла өмәләр ҡыҙыу бара.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Өфө гөрләй бөгөн: уның бар райондарында ла өмәләр ҡыҙыу бара.
Үҙәк өлөштә, мәҫәлән, ҡала хакимиәтенең гуманитар блогы, мәғариф, мәҙәниәт, социаль тармаҡтарға ҡараған бүлектәр хеҙмәткәрҙәре парктарҙы тәртипкә килтерә.


“Республика етәксеһе Радий Хәбиров халыҡтың өмәгә яҡшы кәйеф менән сығыуын теләгәйне. Ысынлап та, күңелдәрҙә – тик шатлыҡ, хеҙмәттән алған кинәнес. Рәсмилектән, ҡағыҙ мәшәҡәттәренән арынып, ошолай саф һауала ихлас аралашып эшләү – үҙе үк ял”, – ти улар.
Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре һәр яҡлап өлгөр: тоҡ-тоҡ сүп-сарҙы өйөп тә һалғандар.
Читайте нас: