Әлеге мәлдә армияға яҙғы саҡырылыш осоро бара. Өфөнән 21 йәшлек Иван Дреминды йәнә әрмегә алманылар. Рэпер Face исеме аҫтында билдәле был йырсыны кемдер йөҙөндәге татуировкалары арҡаһында хәрби хеҙмәткә саҡырмайҙар тип һанай.
Әммә республика хәрби комиссариатының хәрби-табип комиссияһы рәйесе Борис Усатов рэперҙың һаулығында башҡа тайпылыштар ҙа булғанын хәбәр итте. Хатта “ундай татуировкалар – психик тайпылыш билдәһе” тип белдерҙе.
Бындай егеттәр әрмегә саҡырылыусылар араһында 12 процент тәшкил итә икән.