Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2019, 20:30

Яҡшы ойошторолғас, дәррәү үтте

Бөгөн Йылайыр районында ла хакимиәт етәкселәренән алып барса халыҡ тирә-яҡты таҙартыуға ҙур теләк менән сыҡты.

Йылайыр районы хакимиәте сайтынан.
Йылайыр районы хакимиәте сайтынан.
Бөгөн Йылайыр районында ла хакимиәт етәкселәренән алып барса халыҡ тирә-яҡты таҙартыуға ҙур теләк менән сыҡты.
Сарала йәштәрҙең, ирекмәндәрҙең күп булыуы айырыуса ҡыуандырҙы. Тимәк, үҫеп килгән быуын күңелендә үҙ еренә, атайсалына ҡарата һөйөү, ихтирам тәрбиәләнә, улар тирә-яҡ мөхитте, йәшәгән төйәгеңде таҙа тоторға, бысратмаҫҡа кәрәклеген яҡшы аңлай.
Һандарға килгәндә, дөйөм район өмәһендә меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, эшкә 19 берәмек техника йәлеп ителгән, 45 тонна сүп-сар сығарылған.
Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте бөтөн кәрәк-яраҡ менән тәьмин иткән. Бирсәткәләр, ҡый һалыу өсөн тоҡтар, һепертке, көрәк – барыһы ла алдан әҙерләнгән. Экологик өмәләрҙә шулай уҡ “ялан кухняһы” эшләгән, эшкә килгән һәр кем йылы сәй, бутҡа, яңы бешкән тәмлекәстәр менән һыйланған.
Мәғлүм булыуынса, Йылайыр районы тәбиғәте башҡа төбәктәрҙеке менән сағыштырғанда ҡырыҫыраҡ, бында әле һаман ҡар ята. Шуға ла ир-атҡа күберәк ҡалын ҡар киҫәктәрен ҡырҡҡыларға, ағас араларын таҙартырға тура килгән.
Районда экологик өмәләр 11 майға тиклем дауам итәсәк.
Читайте нас: