Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель 2019, 01:15

Ғафуриҙың рухы ла риза булғандыр

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре лә бөгөнгө экологик өмәлә әүҙем ҡатнашты: бина янын сүп-сарҙан таҙаланы, тирә-яғын тәртипкә килтерҙе.

Ғ. Бүләкованың шәхси альбомынан.
Ғ. Бүләкованың шәхси альбомынан.
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре лә бөгөнгө экологик өмәлә әүҙем ҡатнашты: бина янын сүп-сарҙан таҙаланы, тирә-яғын тәртипкә килтерҙе.


Музей етәксеһе, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғәҙилә Бүләкова әйтеүенсә, улар сүп-сарҙы таҙартып ҡына ҡалмаған, ә ҡатып киткән бил-быуындарын да яҙып алған.


“Үҙ ҡулдарың менән барлыҡҡа килтергән матурлыҡтан, яҙғы саф һауанан күңелгә әйтеп аңлатҡыһыҙ илаһи моң тула, дарман өҫтәлә, – ти Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы. – Көндөң матур булыуы үҙе үк эшкә дәртте арттырҙы. Өмәгә барыбыҙ ҙа ҙур теләк менән сыҡтыҡ, оло кинәнес алдыҡ”.


Тирә-яҡтың таҙалығынан, матурлығынан Мәжит Ғафуриҙың рухы ла риза булғандай тойолдо, ти музей хеҙмәткәрҙәре.
Читайте нас: