Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель 2019, 23:28

Хатта икегә ярылып киткән...

Өфө – Иглин – Ҡыҙылъяр трассаһындағы ҡурҡыныс аварияла ике кеше йән биргән.

"Юл патруле" сайтынан.
Өфө – Иглин – Ҡыҙылъяр трассаһындағы ҡурҡыныс аварияла ике кеше йән биргән.
“Рено Логан” менән “ВАЗ-21099” шул хәтлем ныҡ бәрелешкән: икенсе автомобиль хатта икегә ярылып киткән.
Ике водитель дә шул урында һәләк булған. Дүрт пассажир яҡындағы дауаханаға оҙатылған.
Асыҡланыуынса, ике водитель дә Нуриман районынан.