Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә 22 йәшлек егетте таныш түгел ике кеше машинаға һөйрәп индереп, кеҫә телефонын, 20 мең һум аҡсаһын тартып алған.
“Унан егетте тышҡа сығарып ташлағандар ҙа юҡ булғандар. Зыян күреүсе тиҙ арала полицияға хәбәр иткән”, – тип асыҡлыҡ индерҙеләр төбәктең Эске эштәр министрлығында.
Енәйәтселәр ҡулға алынған. Береһе – Стәрлетамаҡтан, элек хөкөм ителгән 28 йәшлек ир. Икенсеһе, 41 йәшлеге, федераль розыскыла булған. Уларға ҡарата енәйәт эше асылған.