Кисә Өфөлә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре “ГАЗель Некст” микроавтобусын туҡтатҡан.
Транспорт маршрут буйынса бармаған һәм пассажирһыҙ булған. Документтарын тикшергән саҡта юл полицияһы хеҙмәткәре унан алкоголь эҫе сыҡҡанын һиҙгән.
“Был йәһәттән махсус тикшереүҙән водитель баш тартҡан. Өҫтәүенә ул транспорт сараларына идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған”, – тип хәбәр иттеләр ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән.
Әле водителгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә.