“Бирешмә” I балалар премияһының тәүге еңеүселәре асыҡланды.
Улар ете номинацияла билдәләнде. Премияға Ишембай, Учалы, Йылайыр, Архангел, Бөрйән райондары һәм Өфө ҡалаһы үҫмерҙәре лайыҡ булды.
“Бирешмә! Телде үҫтер!” – Ләйсән Золотарева (башҡорт телен үҫтергәне, әҙәбиәтте, фольклорҙы популярлаштырғаны өсөн); “Бирешмә! Көслө бул!” – Илнур Ғарипов (спорттағы еңеүе өсөн); “Бирешмә! Ярҙам ит!” – Ирек Үмәрбаев (бәләгә тарыған кешегә ярҙам иткәне өсөн); “Бирешмә! Белемгә ынтыл!” – Сафия Хажиморатова (уҡыуҙағы һәм фәндәге уңыштары өсөн); “Бирешмә! Ереңде һаҡла!” – Гүзәл Шәрәфетдинова (йәш эколог); “Бирешмә! Ижад ит!” – Эвелина Вахитова (йәш ижадсы); “Бирешмә! Медиадонъяны яула!” – Зилиә Буранбаева (йәш журналист, режиссер, оператор).
Рафиҡ Шароян менән Айгөл Ибраһимова махсус приздарға лайыҡ булды.
Улар әле бик йәш булһа ла, ҙур уңыштарға өлгәшкән, тормош ауырлыҡтары аша үткән. Еңеүселәргә наградаларҙы республикала билдәле шәхестәр, ведомство етәкселәре, депутаттар тапшырҙы.
Премия тапшырыу ҙур байрамға әүерелде. “Бирешмә” төркөмөнөң сығыштары иһә бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Әйткәндәй, конкурста 137 бала ҡатнашты.