Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2019, 18:57

Биш йәшлек балаһына бысаҡ менән сәнскән...

Кисә Иглин районында башҡа һыймаҫлыҡ ҡырағай ваҡиға була. 40 йәшлек күп балалы әсә ете, биш һәм өс йәшлек балалары менән мунсаға бара.

Кисә Иглин районында башҡа һыймаҫлыҡ ҡырағай ваҡиға була. 40 йәшлек күп балалы әсә ете, биш һәм өс йәшлек балалары менән мунсаға бара. ... Мунсала иһә әсәй кеше биш йәшлек ҡыҙының түшенә һәм арҡаһына ике тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Ҡысҡырышҡан тауышҡа атаһы йүгереп сыға, ҡатынын туҡтатып ҡала һәм “ашығыс ярҙам” саҡыра. Баланы дауаханаға оҙаталар.
Иглин районының район-ара тәфтиш бүлеге ҡатынға ҡаршы енәйәт эше асҡан.
“Әле бала дауаханала. Ғәйепле ҡатын ҡулға алынған. Белгестәр туғандарынан һорау ала, ғаиләнең йәшәү шарттары өйрәнелә. Енәйәтте үҙ күҙҙәре менән күргән ике бала менән психологтар эшләй. Ҡатынға ҡарата психолог-психиатр суд экспертизаһы үткәреү күҙаллана”, – тинеләр Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: