8 апрелдә республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев газон һәм йәшелләндерелгән биләмә тигән төшөнсәләрҙе аныҡлау, муниципалитеттарҙың газондарҙы төҙөкләндереү өсөн яуаплылығы тураһында һөйләне.
Уның әйтеүенсә, машиналарҙы рөхсәт ителмәгән урындарға ҡуймаһындар өсөн 178 миллион 389 мең һумлыҡ 74 329 бағана һәм 399 миллион 055 мең һумлыҡ ҡойма ҡуйыу, 23 398 машинаға урын булдырыу күҙаллана. Юлдарҙы ремонтлағанда муниципалитеттар бордюрҙы бейегерәк итеп һалыуҙы хәстәрләргә тейеш.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров иһә протоколдар күләменә ҡарағанда, административ комиссиялар ҡушылған эшкә тотонмаған, тип билдәләне. Был йоғонто яһау сараһы булмауға бәйле. Газонға машина ҡуйған өсөн штрафтар тураһында закон проекты ҡабул ителеү менән ошондай сара барлыҡҡа киләсәк.
– Проект ҡабул ителгәс тә миңә ҡул ҡуйыуға бирегеҙ һәм баҫтырып сығарығыҙ. Дүшәмбенән административ комиссияларҙағы коллегаларыбыҙға был вәкәләтте тапшырасаҡбыҙ, һәм беҙ башҡа төрлө һандарҙы көтәбеҙ. Намыҫһыҙ әҙәмдәрҙең машиналары менән газондарҙы тапауы, балалар майҙансыҡтарына инеүе оҡшаймы ни һеҙгә? Бындай хәлде туҡтатығыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был –халыҡтың тормошона ҡағылған ҙур проблема. Был аҙнаны нисек бар шулай ҡабул итәм. Әлегә йоғонто сараһы юҡ, сөнки Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай мәсьәләне хәл итеүҙе оҙаҡҡа һуҙҙы. Киләһе аҙнала башҡа һөҙөмтәне көтәм.